Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
12 Ғинуар 2023, 06:00

Һалдаттарыбыҙ ҡорот ашаясаҡ

Хәйбуллалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ебәрә.

Һалдаттарыбыҙ ҡорот ашаясаҡ
Һалдаттарыбыҙ ҡорот ашаясаҡ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә һәр район һәм ҡаланан даими рәүештә гуманитар ярҙам оҙатыла. Хәйбулла районынан да ошо көндәрҙә сираттағы гуманитар ылау юлланасаҡ.

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, башҡа кәрәк-яраҡтар менән бер рәттән, әбүбәкерҙәр файҙалы милли ризығыбыҙҙы ла ебәрергә булған. "Тыуған еребеҙҙең сәләме булып барып етеп, имен-һау әйләнеп ҡайтһын беҙҙең егеттәр", - ти улар.

Әбүбәкерҙәрҙең изге ниәтенә теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Туңдырылған һәм киптерелгән ҡороттарҙы район мәҙәниәт йортонда һәм Әбүбәкер ауылы мәҙәниәт йортонда тапшырырға була.

Ысынлап та, башҡорт халҡының милли ризығы булған ҡоротто элек-электән яуҙарҙа ҡатнашҡан башҡорттар үҙҙәре менән алып йөрөгән. Ҡоротто башҡорттар әллә ҡайһы замандарҙан бирле һыуыҡ тейеүҙән дә, эсәктәге паразит селәүсендәрҙе ҡыуыу өсөн дә, тамаҡҡа аш бармаған саҡта ла файҙаланған. Ҡайһы бер йәрәхәттәрҙе лә ҡорот менән ыуып дауалағандар. Эренле яраны, ҡутырҙы ҡорот йәки эркет өҫтөндәге үңеҙ йә ҡаҫмаҡ һөртөп бөтөргәндәр. Ҡорт саҡҡан, йылан саҡҡан урынға ҡорот һөрткәндәр. 

Был ризыҡ биологик актив матдәләргә, ферменттарға, А, С, D, E, В витаминдарына бай. Ҡоротто көндәлек туҡланыу рационына индереү ҡанды кислород менән байыта, тромбтар барлыҡҡа килеүен иҫкәртә. Фосфор менән кальций кешенең һөйәктәр системаһын формалаштырыуға ыңғай йоғонто яһай. Тимәк, ҡорот ысынлап яугирҙәребеҙ өсөн тыуған яҡ сәләме менән бергә, бынамын тигән дауа ла буласаҡ!

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: