Бишбүләк районының Киҫтәнле-Боғҙан ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Алевтина Емельянова махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә йылы кейемдәр менән посылка әҙерләй, тип яҙа “Светлый путь” гәзите.
Әсәнең йөрәге тыныс түгел, үҙ балалары өсөн дә, кеше балалары өсөн дә борсола. “Хәрби хеҙмәттәге ул һәм ейәндәребеҙҙең аяҡ-ҡулдары өшөмәһен өсөн кискеһен ҡул эшенә тотонам, күҙҙәрем – телевизор экранында, ә ҡулдарым үҙҙәренән үҙҙәре бәйләй. Балалар ауырымаһын, тиҙерәк еңеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар! Мин һәр ойоҡбаш эсенә хат та яҙып һалам”,– ти дүрт балаға әсәй һәм туғыҙ ейәнгә өләсәй.
Уның иң өлкән улы Иван да яугир-интернационалист булып Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, шуға күрә Алевтина Владимировна улдары окоптарҙа ятҡан егеттәрен уйлап борсолған әсәләрҙең хәлен яҡшы аңлай. “Балаларым айырым донъя көтә, өйҙә тынлыҡ. Хәҙер бирсәткәләр бәйләргә тотонмаҡсымын”, – ти әсә.
Владимир Смолов фотоһы.