Меңәрләгән кешенең һөйөүен яулап, халыҡ батырына әйләнгән, дошман БТР-ын ҡыуып алып киткән һәм командирҙы ҡотҡарған Фәнис Хөсәйеновтың махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булыуы тураһында ҡайғылы хәбәрҙе ишеткәйнек инде. Уның менән 16 ғинуарҙа Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында бәхилләшеү булырға тейеш, тип яҙғайнылар. Әммә, "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башкирия Online" төркөмө яҙыуынса, уны иртәгә ерләмәйәсәктәр.
"Ерләү кисектерелде, сөнки самолет юҡ әле, ҡасан булыры ла билдәһеҙ", — тигән Бүл-Ҡайпан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Флүр Зиннәтуллин.
Фәнистең һәләк булыуы тураһында рәсми вәкилдәрҙең хәбәр итеүенә ҡарамаҫтан, әле һаман уның үлеменә ышанғы килмәй...
Фото: социаль селтәрҙән.