-13 °С
Болотло
Мосолмандарҙың Үҙәк дини идаралығында башҡорт батальондарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәткә “Өмөт һәм намыҫ” ордены тапшырылды. Указда рухани “Донбасста һәм Украинала махсус хәрби операция ваҡытында Ватанды һаҡлаусы һалдаттарҙың рухи-әхлаҡи тәрбиәһенә һәм ярҙамына лайыҡлы өлөш индергән өсөн” тип яҙылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Хәмзә хәҙрәт һәм протоиерей Виктор Иванов беҙҙең яугирҙарҙың рухи остазы сифатында фронтҡа барҙы.
Хәмзә хәҙрәтте наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм иҫән-һау йөрөүен теләйбеҙ!
Фото: “Башинформ” агентлығынан алынды.