Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
16 Ғинуар 2023, 19:00

Фәнисте алып ҡайтҡандар...

Халыҡ һөйөүен яулаған ҡыйыу егетте ерләү ваҡыты билдәле булды.

Фәнисте алып ҡайтҡандар...
Фәнисте алып ҡайтҡандар...

Телеграммдағы “Башкирия Online” сығанағы хәбәр итеүенсә, Тәтешле егете Фәнис Хөсәйеновты Башҡортостанға алып ҡайтҡандар. Уны 17 ғинуарҙа Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылында ерләйәсәктәр. Бәхилләшеү 11.00 сәғәттә башлана, тип хәбәр итте Тәтешле район хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов "Бәйләнештә" социаль төркөмөндәге сәхифәһендә.

“Ҡәҙерле иптәштәр! 17 ғинуарҙа Фәнис Хөсәйенов менән хушлашыу сараһы үтеүенә бәйле, Ленин урамын иртәнге 8-ҙән төшкө 13.00 сәғәткә тиклем ябыу планлаштырыла. Уны урап үтеү маршруттары күрһәтелгән”, – тип иҫкәрттеләр Үрге Тәтешле ауыл биләмәһе хакимиәтенән.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Фәнис Әҙип улы менән бәхилләшеү тәүҙә Үрге Тәтешлеләге район мәҙәниәт һарайы майҙанында уҙасаҡ, матәм митингы 11.00 сәғәттә башлана. Һуңынан мәрхүмде Яңы Ҡайпан ауылында ерләйәсәктәр. Унда Завод урамындағы 80-се йорт алдында бәхилләшеү сараһы уҙасаҡ.

Бынан алдағы яҙмаларыбыҙҙа хәбәр итеүебеҙсә, Фәнис Хөсәйенов Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылында тыуған. Ауыл хужалығы техникумын тамамлап, тракторсы һөнәрен алған. 2016-2017 йылдарҙа армияла хеҙмәт иткән, Цхинвалдәге часта.

Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән киткән. Доброволец сентябрҙә махсус заданиеға яңғыҙы сыға һәм батырлыҡ күрһәтә. БТР-ҙағы ете дошманға ҡаршы тора. Уларҙың икәүһен юҡ итә, берәүһен әсирлеккә ала, ҡалғандары ҡаса. Ике көндән һуң атыш барышында үҙе лә яралана һәм контузия ала. Шундай хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, яуҙашын емеректәр араһынан сығарып, госпиталгә алып бара. Тағы ла бер тәүлектән һуң батальонды йәнә утҡа тоталар. Фәнис үҙе алып ҡасҡан дошман БТР-ында яралы командирын ҡотҡара.

Был ҡыйыу егет батырлыҡтары менән халыҡ һөйөүен яуланы. Уның тураһында халҡыбыҙ онотмаясаҡ, исеме мәңге хәтерҙә булыр.

Йәнең Йәннәттә булһын, Фәнис!

Фото: Тәтешле районының “Бәйләнештә”ге төркөмө.

Фәнисте алып ҡайтҡандар...
Фәнисте алып ҡайтҡандар...
Фәнисте алып ҡайтҡандар...
Фәнисте алып ҡайтҡандар...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: