Республикабыҙ хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам ебәреү йәһәтенән бик әүҙем эшләй. Ябай халыҡтың да был изге эшкә ҡушылыуға үҙ теләктәрен белдереүҙәре һөйөнөслө. Кәрәк-яраҡ әйберҙәре менән бер рәттән тыуған ерҙән милли ризыҡтарыбыҙҙы ла әҙерләп ебәрәләр.
“Хөрмәтле Ҡужабаҡ ауылы халҡы! Һеҙгә оло, икһеҙ - сикһеҙ рәхмәтемде еткергем килә. Минең әлеге ваҡытта илебеҙҙе һаҡларға юлланған Ейәнсура егеттәренә сәк-сәк әҙерләп ебәрәйек тигән тәҡдимемде һәр яҡлап күтәреп алып, сәк - сәк кенә түгел, йөн ойоҡ, бирсәткәләр, йылы эске кейем, аҡсалата ярҙам күрһәттегеҙ. Хөрмәтле апайҙар, эшләгән изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә ҡайтһын, ил-йорттарыбыҙга тыныслыҡ килһен! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Ир-егеттәр тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтһын” – тип бүлеште социаль селтәрҙә Ейәнсура районының Ҡужабаҡ ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Лилиә Мөхәмәтйәнова.
Фото һәм видео: Лилиә Мөхәмәтйәнова