Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
16 Ғинуар 2023, 17:00

Яралы яугир егеттәр Башҡортостан ҡыҙҙарына рәхмәт белдерә

Башҡортостандан Гүзәл, Алина һәм Әлиә исемле ҡыҙҙар хәрби госпиталдә дауаланған егеттәргә ярҙам иткән  

Яралы яугир егеттәр Башҡортостан ҡыҙҙарына рәхмәт белдерә
Яралы яугир егеттәр Башҡортостан ҡыҙҙарына рәхмәт белдерә

Ҡырымда яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операциялала яраланып, госпиталдә дауаланған хәрбиҙәргә ҙур ярҙам күрһәткән.

Һалдаттар социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итеп, ирекмән яҡташтарыбыҙға оло рәхмәт белдерҙе.

— Башҡортостандан Гүзәл, Алина һәм Әлиә исемле ҡыҙҙарға хәрби госпиталдә дауаланған егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәт! Кейем-һалым, аҙыҡ-түлек менән ярҙам иттеләр. Яралы егеттәр төрлө төбәктәрҙән. Ҡыҙҙар, һеҙ — ысын Кешеләрһегеҙ, беҙҙе ҡыуандырҙығыҙ, рәхмәтебеҙ сикһеҙ! – ти махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәр. Шулай уҡ егеттәр бөтә башҡорт халҡына рәхмәтен белдергән һәр береһе тыуған яҡтарына сәләм юллаған. Улар араһында Башҡортостан егеттәре лә бар.  

Сығанаҡ һәм видео: vk.com/bashkortostanim

Фото: видеонан скриншот 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас