Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ҡорот ебәреү тәҡдимен еткергәйне. Урындағы башҡорттар ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, милли ризығыбыҙҙы әҙерләп бөткәндәр.
"Әбүбәкер ауылының уңған хужабикәләре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә халҡыбыҙҙың милли ризығын әҙерләне. Йөҙгә яҡын ҡап ҡорот йыйылды. Был эштә ҡатын-ҡыҙҙарға балалары ла ихлас ярҙам итте.
Әҙерләнгән ҡороттоң бер өлөшө госпиталдәге егеттәргә йүнәлтелһә, ҡалғаны махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреләсәк. "Шифалы ризығыбыҙ яугирҙәребеҙгә дауа булһын, уландарыбыҙ барыһы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын", - тигән изге теләк менән ебәрә әбүбәкерҙәр милли ризыҡты", - тиелгән ҡоролтай төркөмөндә.
Әбүбәкер ауылы "Айыҡ ауыл-2022" республика конкурсында Хәйбулла данын яҡлаясаҡ.
Фотолар Әбүбәкер ауылы мәҙәниәт йорто сайтынан.