Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
17 Ғинуар 2023, 23:00

Радий Хәбиров һәләк булған хәрби ғаиләһе менән танышты

Хәрбиҙең әсәһе Роза Саҙрислам ҡыҙы менән аралашҡанда Радий Хәбиров уға ысын яугир һәм илһөйәр ул үҫтергәне өсөн рәхмәт белдерҙе...

Радий Хәбиров һәләк булған хәрби ғаиләһе менән танышты
Радий Хәбиров һәләк булған хәрби ғаиләһе менән танышты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышында һәләк булған майор, үҙйөрөшлө - артиллерия дивизионы командиры урынбаҫары Ринат Гәрәев ғаиләһендә булды.  Хәрбиҙең әсәһе Роза Саҙрислам ҡыҙы менән аралашҡанда Радий Хәбиров уға ысын яугир һәм илһөйәр ул үҫтергәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Етәксе офицер тураһында иҫтәлектең республика халҡы йөрәгендә мәңге һаҡланасағын билдәләне. Радий Хәбиров Тәтешле районы хакимиәтенә Ринат Гәрәевтең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр индерергә  һәм ғаиләһенә ярҙам күрһәтергә ҡушты.

– Беҙ һәләк булған егеттәребеҙҙең ата-әсәһенә иң яҡшы дауалау учреждениеларында медицина һәм реабилитация ярҙамын күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Һеҙҙең дә тейешле ярҙамды алыуығыҙ өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығына  эш ҡушылды, – тине  Радий Хәбиров.

Ул Ринат Гәрәев ғаиләһенең ҡайҙа йәшәүе менән ҡыҙыҡһынды. Батырҙың өлкән ағаһы әйтеүенсә, уның ҡатыны һәм ике бәләкәй улы Ринат хеҙмәт иткән Бүрәт республикаһында йәшәй. Район етәксеһе ғаиләнең йәйен Башҡортостанға килергә теләүе хаҡында һөйләне. Радий Хәбиров ғаиләнең килеүен ойошторорға һәм ярҙам итергә  ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Радий Хәбиров һәләк булған хәрби ғаиләһе менән танышты
Радий Хәбиров һәләк булған хәрби ғаиләһе менән танышты
Радий Хәбиров һәләк булған хәрби ғаиләһе менән танышты
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: