Тәтешле районы әүҙемсеһе Фәнис Хөсәйеновҡа һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме биреү тураһында тәҡдим менән сыҡҡан. Петиция тексы change.org сайтында урынлаштырылған. Ул putin.kremlin.ru сайтына (Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путинға) адресланған.
Текста: ”... был егет үҙенең батырлығы, рух көсө, ғәмәлдәре менән айырылып торҙо. Хөсәйенов Фәнис Әдип улына һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исемен биреүҙә ярҙам итеүегеҙҙе үтенәбеҙ! Фәнис барыбыҙ өсөн дә ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһөнә – Ватаныбыҙҙың уртаҡ һөйөклө, ысын улына әүерелде”, - тигән юлдар бар һәм юлламала егеттең батырлығы һүрәтләнгән.
Тулы текст менән үрҙә әйтелгән сайтта таныша һәм петицияға ҡушыла алаһығыҙ. Әле унда 1927 кеше теркәлгән, был һан арта бара.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Фәнис Хөсәйенов 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операция биләмәһендә ҙур батырлыҡ күрһәтте. 2022 йылдың декабрендә һәләк булды. 2023 йылдың 17 ғинуарында Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылы зыяратында ерләнде.
Фото: Vk.com