Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
20 Ғинуар 2023, 17:30

Яугирҙәргә - 300 килограмм йылҡы ите

Аҡьяр ауылынан Зәйнәғәле Рәхмәтуллиндың ғаиләһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә 300 кг йылҡы ите тапшырған

Яугирҙәргә - 300 килограмм йылҡы ите
Яугирҙәргә - 300 килограмм йылҡы ите

Республикала йәшәгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр ебәрә, гуманитар ярҙам ойоштора. Хәйбулла районының Аҡьяр ауылында йәшәгән Зәйнәғәле Рәхмәтуллиндың ғаиләһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә 300 килограмм йылҡы ите тапшырған. Был иттән район үҙәге белем усаҡтары ашнаҡсылары 150 банканан ашыу тушенка әҙерләгән.

Яҡын арала был ризыҡтар буржуйка мейес, күсермәле мунса һәм башҡа кәрәк- яраҡтар менән тултырылған гуманитар ылауҙа махсус хәрби операция территорияһына оҙатыласаҡ.

Афарин, хәйбуллалар!

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Яугирҙәргә - 300 килограмм йылҡы ите
Яугирҙәргә - 300 килограмм йылҡы ите
Яугирҙәргә - 300 килограмм йылҡы ите
Яугирҙәргә - 300 килограмм йылҡы ите
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: