Геройҙар дәүере
20 Января 2023, 19:45

Яугиребеҙ өшөмәһен тип

Баҡалы районы ҡатындары ниндәй эшкә тотонған?

Яугиребеҙ өшөмәһен типЯугиребеҙ өшөмәһен тип
Яугиребеҙ өшөмәһен тип

Башҡортостанда мини-цехтарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы кейем, плащ, балаклав тегәләр. Яңыраҡ Баҡалы районында ла ошондай оҫтахана барлыҡҡа килде.

Гөлнара Нәзипова алдан уҡ Баҡалы районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү теләге менән яна. Пермь ирекмәндәренең тәжрибәһен өйрәнә, Башҡортостанда кейем тегеү буйынса бәләкәй оҫтаханалар асҡан кешеләр менән аралаша. Был эштең нескәлектәрен үҙләштерә һәм декабрҙә социаль селтәрҙәргә райондаштарына мөрәжәғәт менән тәүге яҙмаһын ҡуя.

Район хакимиәте ирекмәнгә ярҙам итә – элекке 1-се мәктәп бинаһынан бүлмә бүлә, шунда уҡ Миңлеғәли Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы урынлашҡан. "Беҙҙең заман" йәштәр үҙәге менән хеҙмәттәшлек яйға һалына, күп тә үтмәй бағыусыларҙан, хәстәрлекле кешеләрҙән тәүге аҡсалата ярҙам килә башлай.

Яугирҙәр өсөн сираттағы гуманитар йөктө туплау өсөн свитерҙар, балаклавтар, плащтар, эске кейемдәр тегергә ҡарар ителә. Етмеш йылы свитер һәм балаклав әҙерләү өсөн 70 метрлыҡ ике төргәк туҡыма талап ителә.

Егеттәребеҙгә был комплект барып етһен, уларҙы йылытһын өсөн көн һайын цехта эштәр йылдам бара. Ҡайһы берәүҙәр беселгән өлгөләрҙе өйөнә алып ҡайтып тегә. Бигерәк тә “көмөш ирекмәндәр” әүҙем: Зоя Ташева, Нина Шакурова, Илүсә Фәррәхова, Әлфиә Нуруллина, Маргарита Васяева, Зәбирә Шәрифуллина, Жанна Ғәбдрәфиҡова, Лилиә Хажиева, Рузалия Костина; шулай уҡ Дияш, Ҡуян ауылдарында йәшәүселәр, коррекция мәктәп-интернаты хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар.

Башҡортостан халҡы илгә бәлә килгәндә берҙәм тупланып, яугирҙәргә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша. Бергә булғанда ғына көслөбөҙ.

Фото: bashkortostan.er.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас