Ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам алып барған яҡташыбыҙ унда улын осратып оло шатлыҡ кисергән.
Яу яланында осрашып, бергә булған минуттар яҡындар өсөн сикһеҙ ҙур бәхет, әлбиттә.
Һәр ата-әсәгә имен ҡайтҡан улдарын өйҙә ҡосоп һөйөргә, ирҙәрен оҙатҡан ҡатын-ҡыҙға ҡәҙерлеләрен һау-сәләмәт килеш ҡаршы алырға, аталарын өҙөлөп көткән балаларға яҡындары менән тиҙерәк ҡыуанып осрашып, терәк-таяныслы, яҡлаусы булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ. Һәр яугир үҙ йортона имен-һау әйләнеп ҡайтһын, илебеҙ, тотош донъя тыныс булһын!
Фото: "Һаҡмар" гәзите төркөмө.