Геройҙар дәүере
23 Января 2023, 17:00

Шайморатовтыҡы һымаҡ папаха теккәндәр

Стәрлебаш ҡыҙҙары ошондай тәүге ике баш кейемен һалдаттарға бүләк итте лә!

Шайморатовтыҡы һымаҡ папаха теккәндәрШайморатовтыҡы һымаҡ папаха теккәндәр
Шайморатовтыҡы һымаҡ папаха теккәндәр

Был аҙнала Стәрлебаш районынан махсус хәрби операцияға киткән бер нисә кеше ялға ҡайтты. Улар инициативалы төркөм йыйылышында булды, фронт өсөн ярҙам барышын ҡараны, штаб келәтендә үҙҙәре өсөн кәрәк-яраҡ, шул иҫәптән тегенселәр тарафынан әҙерләнгән толстовкаларҙы, йоҡо ҡаптарын, термо-кейем һайланы.

Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең оҫтаханала көн һайын эш ҡайнай. Шәп тегенсе Лира апай Хәсәнова оҫтаханаға даими килә: уның улы ла мобилизацияланғайны, был аҙнала отпускка ҡайтҡан. Күҙ йәштәрен тыя алмайынса, Лира апай шатлығы менән уртаҡлашты.

Тегеү цехының эше, һис шикһеҙ, мөһим. Шулай ҙа егеттәребеҙгә рухи ярҙам тураһында ла оноторға ярамай. Мәктәптәрҙә балалар һүрәттәр төшөрә, хаттар яҙа, ҡул эштәре башҡара, артистар яугирҙәр алдында сығыш яһай, уларға музыка ҡоралдары бүләк итә - былар барыһы ла кәрәкле ғәмәлдәр. Шуларға өҫтәп, яҡташыбыҙ Илнара Дәүләтшина оҫтаханаға ҡайһы бер мобилизацияланғандарҙың үтенесе буйынса “Шайморатовтыҡы кеүек папаха” тегеү идеяһы менән мөрәжәғәт итте. Уның ире һәм ҡустыһы махсус хәрби операцияла. 

Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың фотоларҙағы папахаһын күптәрҙең күргәне барҙыр.

Беҙҙең бер нисә оҫтабикә баш кейеменең өлгөһөн бесеү өсөн йыйылды. Бер нисә сәғәт эсендә тире, эслек эҙләп һәм дөйөм тырышлыҡ менән тәүге папахаларҙы тегеп ике һалдатҡа тапшырҙылар. Кире бәйләнеш тә бар - күптәрҙең бындай бүләк тураһында хыялланыуы ҡыуандырҙы. Шуға күрә киләсәктә, мөмкин булғанса, ошондай уҡ баш кейемдәре әҙерләргә ниәтләйбеҙ.

Әлеге ваҡытта оҫтаханала флис бүректәр, госпиталдәр өсөн түшәк кәрәк-яраҡтары тегеү тамамланған һәм хәҙер йоҡо тоҡтарының яңы партияһына тотонорға әҙерләнәбеҙ. Барлыҡ теләүселәрҙе лә ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Эльвира Хәмиҙуллина яҙмаһы.

Фото: vk.com/elviraham

Шайморатовтыҡы һымаҡ папаха теккәндәр
Шайморатовтыҡы һымаҡ папаха теккәндәр
Шайморатовтыҡы һымаҡ папаха теккәндәр
Шайморатовтыҡы һымаҡ папаха теккәндәр
Шайморатовтыҡы һымаҡ папаха теккәндәр
Шайморатовтыҡы һымаҡ папаха теккәндәр
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас