Бөгөн Әлшәй районында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рәсәй Геройы, Раевка ауылда тыуып үҫкән старшина Алмаз Сафин менән бәхилләштеләр. Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Алмаз Сафин 2022 йылдың 30 сентябренән алып махсус хәрби операция бурыстарын башҡарған. 2023 йылдың ғинуарында старшина Сафин етәкселегендәге парашют-десант взводы батальон составында Красный Лиман йүнәлешендә дошмандың һөжүме билдәләнгән участкала оборона урынын һаҡлап ҡала. Алмаз Сафин позицияларҙың инженер һәм фортификация ҡорамалдарын тиҙ арала ойошторған. Ул беренселәрҙән булып дошмандың резервы хәрәкәт башлауын күрә, был турала рота командирына хәбәр итеп, ҡулы аҫтындағыларға утты асыуға ваҡытында команда бирә. Шул рәүешле ул дошмандың ҡапыл һөжүм итергә маташыуын иҫкәртә. Һөжүмдәрендә уңышҡа өлгәшә алмағас, дошман взвод позицияһын минометтарҙан ата башлай. Артиллерия осошо ваҡытында старшина ауыр ярсыҡлы яралана, әммә позицияһын ҡалдырмай. Дошман ҙур юғалтыуҙар кисергән һәм сигенергә мәжбүр була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алыштан һуң старшина Сафин алған йәрәхәттәренән вафат булған.
17 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Алмаз Сафинға Рәсәй Геройы исеме бирҙе.
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткәрҙең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Бөгөн Башҡортостандан меңдәрсә егеттәр үҙҙәренең хәрби бурысын үтәй һәм илде һаҡлай. Улар батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Көсөргәнешле алыштар бара һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар бар, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостандың иң яҡшы улдарын ерләү һәр ваҡыт ауыр. Алмаз Сафин шулай булды һәм булып ҡала. Беҙ данлы яугир һәм уның батырлығы тураһында онотмаҫбыҙ.
Башҡортостан Башлығы указы менән старшина Алмаз Сафин үлгәндән һуң махсус хәрби операция ваҡытында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Радий Хәбиров награданы уның әсәһе Гүзәл Әхмәт ҡыҙына тапшырҙы. Старшина булып хеҙмәт иткән Новосибирск өлкәһендә уның ҡатыны Дарья Игоревна һәм ике ҡыҙы йәшәй.
Республика мотлаҡ геройҙың ғаиләһенә ярҙам итәсәк тине Радий Хәбиров һәм Әлшәй районы хакимиәтенә Алмаз Сафиндың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.