Алдан хәбәр итеүебеҙсә, мобилизацияның тәүге көндәрендә үк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, тарих фәндәре кандидаты, “БР тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте” йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Марат Миңлеғәли улы Зөлҡәрнәев махсус хәрби операцияға юлланды.
Ул яу яланында ла тарихтан айырылмаған, махсус хәрби операция барған биләмәлә башҡорт музейын булдырған. Ундағы күргәҙмәләр республикабыҙҙың хәрби тарихына һәм халыҡтар мәҙәниәтенә арналған. Музей тураһындағы видеояҙма телеграм каналында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Әйткәндәй, илебеҙ һәм республикабыҙ тарихы махсус хәрби операция биләмәһендә яңынан яҙыла, яугирҙәр батырлығы киләсәк быуынға ғорурлыҡ уятыр, улар Рәсәй геройҙары хаҡында өйрәнер, уларға ҡәҙер һәм хөрмәт күрһәтер.
Видео: Телеграм каналынан.