"Белебеевские известия" гәзите белдереүенсә, Бәләбәй районында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн тәмле бөйөрөктәр бешергәндәр.
Район эшҡыуарҙары был юлы мобилизацияланған яҡташтары өсөн әҙерләгән гуманитар ярҙамдың ҡайһы бер йәшниктәрен айырыуса ипле генә тейәп, иң өҫкә ҡуйған.
Сөнки йәшниктәрҙә ғәҙәти булмаған йөк, тәмле күмәстәр һәм бөйөрөктәр һалынған. Уларҙы шәхси эшҡыуар Найра Потапова әсәһе Зельфира Аракелян менән бешергән.
«Һалдаттарыбыҙ өй йылыһын тойһон өсөн ошондай тәмлекәстәр бешерергә булдыҡ. Беҙ ышаныс һәм өмөт менән көтәбеҙ», — ти Найра Азат ҡыҙы.
Гуманитар автоколонна менән 170 күмәс һәм бөйөрөк оҙатылған. Бәләбәй эшҡыуары шулай уҡ күстәнәскә ҡуйыртылған һөт, кәнфит һәм тушенкалар һалған, тип яҙған район гәзите.
Бәләбәй эшҡыуарҙарының тәмле бөйөрөктәре яуҙирҙәргә тыуған йорт йылыһын, әсәйҙәре һәм ҡатындарының бешергән йылы аштарын хәтерләтер, уларҙы ҡыуандырыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ. Ә Бәләбәй эшҡыуарҙарының был аҙымы оло маҡтауға лайыҡ.
Фото: "Белелеевские известия"