Фәнис Хөсәйеновтың беренсе уҡытыусыһы Айһылыу Хәзипова уның бала сағында ниндәй булыуын һөйләгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һалдат махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса дошмандан БТР-ын ҡыуып алып китә, яугир иптәшен ҡотҡара. Әммә ғинуар айында Башҡортостанда тыуып үҫкән, “Сая Фәнис” ҡушаматын алған яугирҙең һәләк булыуы билдәле булды. “Молодежная газета” сайты Фәнистең тәүге уҡытыусыһы Айһылыу Хәзипованың яугиргә бәйле хәтирәләрен баҫтырҙы.
Айсылыу Хәзипова бәләкәй Фәнис менән яңы ғына уҡытыусы булып эшләй башлағас танышҡан. Малай һәр ваҡыт дәрескә әҙерләнеп килгән, өйгә бирелгән эштәрҙе үтәгән.
– Фәнис мәктәпкә һәр ваҡыт әҙерләнеп килде. Өйгә эште эшләмәгән бер генә осраҡты ла хәтерләмәйем. Уртаса уҡыһа ла, ул класта лидер булды. Магнит кеүек, кешеләрҙе үҙенә йәлеп итте. Барыһы ла уның холҡона бәйле, ул һәр ваҡыт ыңғай, яҡшы кәйефтә булды. Уның күҙҙәре һәр ваҡыт балҡый ине, бер ҡасан да йөҙөнән йылмайыу китмәне. Бала саҡтан уҡ һүҙендә тора белде. Миңә йыш ярҙам итте: таҡтаны һөртә, кабинетты елләтә ине. Фанис ике туған ҡустыһы Алгиз менән бер класта уҡыны, егеттәр дуҫ булды, — тип хәтерләй Айһылыу Хәзипова.
Фәнис Тәтешле районы Яңы Ҡайпан ауылында олатаһы һәм өләсәһе менән йәшәгән. Ул физкультура һәм музыка дәрестәрен бик яратҡан.
2022 йылдың 28 сентябрендә Айһылыу Хәзипова үҙенең уҡыусыһын яугирҙәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатҡанда һуңғы тапҡыр күрә. Шул саҡта һалдат ҡайтырға вәғәҙә биргән, әммә был юлы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хыялы тормошҡа ашмаған.
"Егеттәр менән бергә ине, яңынан юлға йыйына ине. Фәнис, мине күреп, ҡыуанды, ҡосаҡлап алды. “Мотлаҡ ҡайтырмын!” – тип әйтте, – тигән уҡытыусыһы.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башкирия Online