Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
24 Ғинуар 2023, 20:20

"Егеттәр гуманитар йөктө һәр саҡ тулҡынланып көтә..."

Тимерғәле Ураҙғолов яугирҙәргә ярҙам йыйыуға өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

"Егеттәр гуманитар йөктө һәр саҡ тулҡынланып көтә..."
"Егеттәр гуманитар йөктө һәр саҡ тулҡынланып көтә..."

Махсус хәрби операция биләмәһенә быйылғы тәүге сәфәрҙән һуң "Һеҙҙең ярҙамһыҙ килеп сыҡмаҫ ине!" тип Башҡортостан эшҡыуарҙарының ирекмәндәр штабы һәм яугирҙәр исеменән Тимерғәле Ураҙғолов гуманитар ылау йыйыуҙа ярҙам иткән кешеләргә рәхмәт белдерҙе. 

“18 ғинуарҙа беҙ гуманитар автоколонна составында республика Башлығы Хакимиәте вәкилдәре һәм район башлыҡтары менән берлектә махсус хәрби операция биләмәһенә егеттәребеҙ янына тағы ла барҙыҡ.

Үҙемдең, Башҡортостан эшҡыуарҙарының ирекмәндәр штабы һәм яугирҙәр исеменән тыуған республикабыҙҙың битараф булмаған халҡына, гуманитар ярҙамды ойоштороуҙа булышлыҡ күрһәткән эшҡыуарҙарға ҙур рәхмәт белдерәм. Ярҙам йыйыуҙа даими ҡатнашыусыларға ысын күңелдән рәхмәт!

Был юлы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кәрәк булған әйберҙәрҙең барыһын да йыя алдыҡ.

Әле фронт һыҙығында һыуыҡ. Ә егеттәрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк кәрәк булған әйберҙәр менән дә тәьмин итеү бик мөһим ине. Йылы кейемдән алып мейескә ҡәҙәр.

Егеттәр һәр ваҡыт гуманитар йөк килеүен айырым тулҡынланыу тойғоһо менән көтә.

Улар өсөн яҡташтар менән осрашыу өйөнөң бер киҫәген күргән кеүек, унда был йылы шул тиклем етмәй.

Һеҙ – беҙҙең ышаныслы тылыбыҙ, таянысыбыҙ, ти егеттәр.

Һәм улар, әле алғы фронт һыҙығында тороусылар – һеҙҙең менән беҙҙең ярҙам һәм терәк!

Ихлас күңелдән, ысын йөрәктән ярҙам итергә әҙер булғандар күп булыуына, уларҙың һәр саҡ арта барыуына шатмын һәм сикһеҙ ғорурланам!

Һеҙгә, беҙҙең ярҙамсылар, изге битараф булмаған йөрәгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!” - тип яҙҙы Тимерғәле Ураҙғолов.

Фотолар Т. Ураҙғоловтың сәхифәһенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: