Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
24 Ғинуар 2023, 10:00

“Яҙмыш һынауҙар ҡуйһа ла, беҙ бергә”

Батырлығы өсөн Артур Ҡаһарманлыҡ орденына тәҡдим ителә, ә  ике аҙнанан һуң үҙе саҡ һәләк булмай...

“Яҙмыш һынауҙар ҡуйһа ла, беҙ бергә”
“Яҙмыш һынауҙар ҡуйһа ла, беҙ бергә”

Өфө ҡалаһынан кесе сержант Артур Ғәлиев махсус хәрби операцияла бер нисә ай булған осорҙа дошмандың ике офицерын юҡ итә, мөһим документтарҙы ҡулға төшөрә, шулай уҡ яралыларға ярҙам күрһәтә һәм командирҙарын ҡотҡара. Был батырлығы өсөн Артур Ҡаһарманлыҡ орденына тәҡдим ителә. Ә ике аҙнанан һуң үҙе саҡ һәләк булмай. Танк снаряды унан бер нисә метр алыҫлыҡта ғына шартлай. Көслө шартлау яугирҙе шаңҡыта, ҡулын өҙә...

Бынан һуң  егет Мәскәүҙә дауалана, аҙаҡ эргәһенә һөйгән ҡыҙы килә. “Беҙ ярты йылға яҡын күрешмәнек. Осрашҡас, нимә булһа ла, бер ҡасан да ташламаясағын белдерҙе ул”, - ти Артур.

Өфөгә ҡайтҡас, егет махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итә, республика халҡы менән бергә гуманитар ярҙам туплай, фронт файҙаһына 100 мең һум аҡсаһын күсерә, тип  һоҡланып яҙа "Салауат ерендә" гәзите.

Фото:шәхси архивтан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: