Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
25 Ғинуар 2023, 23:15

Яугирҙәрҙең именлегенә бағышлап

Баймаҡта Ҡорбан ашы үткәрелде.

Яугирҙәрҙең именлегенә бағышлап
Яугирҙәрҙең именлегенә бағышлап

25 ғинуарҙа Баймаҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең имен-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуы өсөн Ҡорбан ашы ойошторолдо. Именлек теләп ҡорбан салынып, доғалар уҡылды.

Сара Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы башланғысында тормошҡа ашырылды. Башҡорт батальондарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәт хәрби бурысын үтәгән яугирҙәр өсөн доға ҡылды. Ойошма етәксеһе Радик Бакиров хәҙрәткә үҙҙәре тектергән бүректе бүләк итте.

"Маҡсатыбыҙ бер - яугирҙәргә ярҙам итеү. Бының өсөн уларға ниҙәр кәрәклеген хәҙрәттән ныҡлап белешеү. Һәм яугирҙәргә аят бағышлау", - тине Радик Шамил улы. 

Әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы отпускта булған дин әһеле уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, егеттәребеҙҙең махсус хәрби операция зонаһындағы хәл-торошо, уларға ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында һөйләне.

Осрашыуҙа ойошма составындағы күрше район вәкилдәре лә ҡатнашты.

Ошо көндәрҙә Хәмзә хәҙрәт махсус хәрби операция зонаһына юлға сығырға йыйына. Яугирҙәребеҙҙең рухи терәгенә изге юлдар насип булһын!

Фото: "Баймакский вестник".

Яугирҙәрҙең именлегенә бағышлап
Яугирҙәрҙең именлегенә бағышлап
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: