Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев мобилизацияланған яҡташыбыҙ менән осрашҡан. Яугир әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.
Фәнис Ғәбдрәшит улы бындай осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә тәү сиратта ниҙәр кәрәклеген белергә мөмкинлеген белдерҙе. Яугирҙәрҙең теләктәре гуманитар ярҙам әҙерләгәндә мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ.
Ялға ҡайтҡан уҙаман үҙҙәре өсөн борсолмауҙарын һораған, яҡташтарыбыҙҙың бер көс булып, бер-береһенә терәк-таяныс булыуҙары хаҡында һөйләгән һәм даими рәүештә ярҙам ебәреп торған өсөн район башлығына һәм бар Баймаҡ халҡына алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәребеҙ исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.
Фото һәм текст сығанағы: "Һаҡмар" гәзите.