Яңыраҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Башҡортостандан сираттағы ылау алып барып еткерелде. Йөктө оҙатыуҙа Яңауыл районы хакимиәте Илшат Вәзиғәтов та ҡатнашты. Ул социаль селтәрҙә сәфәр һөҙөмтәһе менән уртаҡлашҡан.
“Яңауыл халҡы хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн бөтәһен дә эшләне. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә егеттәребеҙгә иң кәрәкле әйберҙәрҙе тупланыҡ. Тактик ҡорамалдар, махсус хәрби операция барышында кәрәкле әйберҙәр, ”Нива” автомобиле, посылкалар... Мобилизацияланған егеттәребеҙҙең береһенә туғандары, күмәкләшеп аҡса йыйып, автомашина һатып алды. Ә Марселдең иптәше, ул да хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан егет, беҙҙең менән барып дуҫына транспорт сараһын тапшырҙы”, - тип яҡташтары менән ғорурланыуын йәшермәй етәксе. Уның әйтеүенсә, Яңауыл егеттәренең барыһы ла яуҙа тәүге сынығыу алған. Ә өсәүһе хәрби наградаға тәҡдим ителгән,” – ти етәксе.
Северодонецк ҡалаһына тиклемге юл оҙайлы һәм тулҡынландырғыс булған. “Иң мөһиме, яҡташтарыбыҙҙың туплаған гуманитар йөгө имен-аман тапшырылды. Егеттәр үҙҙәрен яҡшы тоя, рухтары көслө. Улар туғандарына, ғаиләләренә, райондаштарына рәхмәт белдерҙе һәм яҡташтарына сәләм әйтте,” – тип яҙа Илшат Вәзиғәтов һәм артабан да райондың яҡташтарына ярҙам итәсәген белдерә.
Фото: VK.com