“Халыҡ селтәре” проектында ҡатнашырға теләүселәр һаны көн һайын арта бара, тип хәбәр итә “Стәрлебаш шишмәләре”. Стәрлебаштар ғына түгел, күрше ауыл биләмәләренән дә шылтыратыусылар, селтәр бәйләргә өйрәнергә теләүселәр бар. “Ҡасан һеҙгә килергә мөмкин, өйрәнеүе ауыр түгелме?”, тип һорашалар.
Ике көн элек Ямғырсы ауыл биләмәһенән хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған делегация килгән. Шунда уҡ “Ҡыш-яҙ” селтәрҙәрен бәйләү нескәлектәрен үҙләштергәндәр, бер нисә сәғәт эсендә күләмле эш башҡарғандар. Афарин, уларға! Был эштә оҫтарып алған Рәмил Мәмбетҡолов, Әлмира Бикмөхәмәтова һәм Илгиз Фәтҡуллин килеүселәрҙе яңы һөнәргә өйрәткән.
Кисә лә халыҡ күп булған. 13 кеше бер булып эшкә тотонған. 21.30 сәғәттә икенсе маскировкалау селтәрен бәйләп бөткәндәр. Ошо ябай ғына селтәрҙәр ярҙамында хәрбиҙәр техниканы ла, һалдаттар ғүмерен дә һаҡлай аласаҡ. “Тимәк, бының өсөн эшләргә кәрәк!” – тип яҙа Рәйсә Мусина.
Р. Йәғәфәров фотолары.