Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Яңауыл егете, танк ротаһы командиры Денис Глухов Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланды. Офицер тәүге көндәрҙән үк хәрби бурыстарҙы намыҫ менән башҡара. Башҡортостан батыры барса яҡташтарына, ғаиләһенә, ата-әсәһенә сәләмдәрен ебәргән.
Яҡташтары ҡыйыу егетте социаль селтәрҙә ҡотлап, уға уңыштар теләп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләгән.
”Денис, һиңә бөтә Төньяҡ район-ара ижади берләшмә журналистары уңыштар теләй. Был 11 ҡала һәм район гәзиттәре редакциялары тигән һүҙ. Өҫтәүенә әсәйегеҙ Гөлнара беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ ҙә булғас, һинең өсөн айырыуса ныҡ борсолабыҙ. Егеттәр, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!”– тип яҙа Ирина Вәлиева. “Маладис, Денис! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ! Данил, Гөлнара! Шундай батыр ул үҫтереүегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!”-тип теләй күршеләре, яҡташтары.
“Ҡәҙерле улыбыҙ Денис! Хоҙай Тәғәлә түҙемлек, иҫәнлек бирһен! Ғорурланабыҙ, яратабыҙ!”– тигән һәм башҡа матур теләктәр менән тулған бөгөн интернет селтәре.
Фото: шәхси архивтан.