Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
27 Ғинуар 2023, 13:30

Өләсәйем Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан

27 ғинуар Рәсәйҙең хәрби дан көнө. Ленинградты азат итеүгә 79 йыл...

Өләсәйем Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан
Өләсәйем Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан

Бөгөн, 27 ғинуарҙа, илебеҙ Ленинград блокадаһы тамамланыу көнөн билдәләй. Был дата Рәсәйҙә Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнә. 1941 йылдың 8 сентябренән алып, 900 көн дауамында, Ленинград халҡы һәм уны һаҡлаусылар оло ҡаһарманлыҡ, сыҙамлыҡ күрһәтеп йәшәй һәм Нева йылғаһы буйындағы ҡаланы дошманға бирмәй.  

Ленинградты дошмандан һаҡлауға Башҡортостан халҡы ла тос өлөш индерә. Улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Разия Минәхмәт ҡыҙы Бүләкова-Ҡолһарина ла булған.

Уның тураһында ейәнсәре – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина уртаҡлашты.

– Минең өләсәйем Разия Минәхмәт ҡыҙы Бүләкова-Ҡолһарина Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында тыуған. Ата-әсәһе иртә вафат була. Ҡустыһы Мөхәррәмде балалар йортона урынлаштырғас, үҙе теләп райондан башҡа ҡатын-ҡыҙҙары менән бергә Ленинград өлкәһенә юллана. Улар Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград күген дошман авиацияһы һөжүменән һаҡлай. 16-17 йәшлек ҡыҙҙар һуңынан, блокаданы өҙгәндән һуң, ҡаланы төҙөкләндереү эшендә лә ярҙам итә.

Һуғыштан һуң Табылды ауылына, әсәһе яғынан туған тейешле Саҙиҡа апаһына ҡайта, сөнки тыуған ауылында яҡын туғандары ҡалмай – ҡайһыһы аслыҡтан, күбеһе һуғышта һәләк булалар.

Еңеүҙе яҡынайтыуға күп көс һалған яугир ҡыҙҙы Түбәнге Аллағыуат ауылына, яңы ғына фронттан ҡайтҡан олатайым – Хөснулла Рәхмәтулла улы Ҡолһаринға һораталар. Улар туғыҙ балаға ғүмер бирә. Балаларының икәүһе бәләкәй саҡта вафат була, етәүһенә белем биреп, оло тормош юлына сығаралар.

Ябай, һәйбәт һәм аҡыллы кеше булды өләсәйем! Бешергән ҡамыр ризыҡтарын, һалған икмәген һағынып иҫкә алам - бигерәк тәмле була торған ине. Ҡомалаҡты, балан, бөрлөгәнде бергәләп Ашҡаҙар буйындағы туғайлыҡтан йыя торғайныҡ. Ғүмере буйы колхоз эшендә фиҙәҡәрлек күрһәтте, – тип һөйләне Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

...Ленинград блокадаһы  – Бөйөк Ватан һуғышы тарихында иң ҡанлы биттәрҙең береһе. 872 көн дауамында ҡамауҙа торған ҡала ҡот осҡос шарттарҙа йәшәүен дауам итә, еңеү һәм йәшәү өсөн көрәшә.

1941 йылдың 8 сентябрендә  немец, фин һәм испан ғәскәрҙәре, Төньяҡ Африка, Европа һәм Италия хәрби-диңгеҙ көстәре берләшеп,Ленинградты ҡамауға ала. Дошмандың көслө баҫымы аҫтында ҡалған ҡала тамуҡ эсендә йәшәй.

Ҡала өсөн бындай ҡамау көтөлмәгәнсә килеп сыға, шуға ла етерлек аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ тупланмаған була. Ленинград менән берҙән-бер бәйләнеш юлы булып Ладога күле аша һалынған маршрут тороп ҡала. Уны дошман артиллерияһы, авиацияһы һәм хәрби-диңгеҙ көстәре бер туҡтауһыҙ һөжүме аҫтында тота. Әлбиттә, был “тормош юлы” аша индерелгән ярҙам ҡала халҡы ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. Һөҙөмтәлә унда аслыҡ башлана, һыуыҡ ҡыш, транспорт һәм йылытыу системаһындағы проблемалар арҡаһында йөҙҙәрсә мең кешенең ғүмере өҙөлә.

Ҡаланы азат итеү еңелдән булмай. 1943 йылдың ғинуарында Ленинград блокадаһы өҙөлә, әммә дошман ғәскәре һәм флоты уны 1944 йылдың ғинуарына тиклем ҡамауҙа тота. Ошо йылдың ғинуар — февралендә совет ғәскәрҙәре Ленинград-Новгород операцияһын үткәрә, һөҙөмтәлә дошман ҡаланың көньяҡ сигенән 220–280 километрға сигенә.

1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында блокадалағы Ленинградты һаҡлаусылар күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 майындағы указына ярашлы, Ленинградҡа “Герой - ҡала” исеме бирелә. Хәҙер 27 ғинуар Рәсәйҙең Хәрби дан көнө — Ленинградты фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеү көнө булараҡ билдәләнә. Ул илебеҙҙә киң билдәләнә, сәскә һалыуҙар, осрашыуҙар уҙа, “Блокада икмәге” акцияһы ойошторола.

Шанлы йылдарҙа совет халҡы күрһәткән батырлыҡ илебеҙҙең тарихына мәңге онотолмаҫлыҡ булып яҙылды. Ошо хаҡта түбәндәге һандар һөйләй:

 Ленинградты ҡамау 872 көн дауам итә;

Ҡамауҙа ҡалған Ленинградта 2484 500 кеше була;

Ленинградты ҡамау ваҡытында 850 000 кеше һәләк була;

Ленинградҡа 107 000 яндырғыс һәм фугас бомба ташлана;

Ленинград халҡы 35 км баррикада һәм танкыға ҡаршы ҡаршылыҡтар төҙөй;

Ҡыҙыл Армияның 19 мең һалдаты һәм офицеры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә;

Ҡыҙыл Армияның 12 офицерына СССР Геройы исеме бирелә.

Фото: Гөлнур Ҡолһаринаның шәхси архивынан. 

m.3d-galleru.ru, izi.travel, 

музеймаринеско.рф

Өләсәйем Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан
Өләсәйем Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан
Өләсәйем Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан
Өләсәйем Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан
Өләсәйем Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: