

Республиканың ҡала һәм ауылдарында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн маскировкалау селтәре яһау эше әүҙем бара. Был акцияға Әбйәлил районы үҙәге уҡыусылары ла ҡушылды.
Хәрбиҙәргә ебәреләсәк гуманитар ярҙамға Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 8-се "Д" класы ҡыҙҙары (класс етәксеһе - З.И. Ҡадирова) үҙ өлөшөн индергән. Улар хеҙмәт уҡытыусылары Ә.Ф. Арғынбаева һәм Р.Р. Аҡбулатова, шулай уҡ тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәнен алып барған С.С. Әбделмәнов етәкселегендә яугирҙәр өсөн маскировкалау селтәре эшләгән. Ҡыҙҙарға еңел булмаған бурысты атҡарып сығыуҙа мәктәп слесары И. Вафин һәм ашнаҡсылар ярҙам иткән.
Махсус хәрби операция биләмәһенә Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары маскировкалау селтәре менән бергә үҙҙәренең күңел йылыһын, изге теләктәрен дә ҡушып ебәрә.
Фото: "Абзелил" гәзите.