Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
27 Ғинуар 2023, 19:00

Йәштәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

"Башҡорт батальоны" төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә...

Йәштәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Йәштәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

Махсус  хәрби операция биләмәһенән тағы ла яҡшы хәбәр килде: сираттағы яҡташыбыҙ никахын теркәгән.

“Башҡорт батальоны” төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, был хәл кисә булған. “Балу” ҡушаматлы яугир һөйгәне менән ҡауышҡан.

Беҙ улар өсөн бик шатбыҙ һәм ғаиләләренә именлек, бәхет теләйбеҙ! Ир-егеттәребеҙҙең һәммәһенә лә тыуған еренә, яҡындары янына имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Фото: “Башҡорт батальоны” төркөмө.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: