Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы белдереүенсә, Әбүбәкер ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә туҡмас әҙерләү эшенә ихлас ҡушылды.
"Ауыл клубы гөрләп торҙо уңғанбикәләребеҙҙең шат тауыштарынан", - тип хәбәр итә улар. "Һатып алынғанға ҡарағанда, яҡташтарының изге теләктәрен юллап әҙерләгән ризығы тыуған яғын һағынып йөрөгән егеттәребеҙгә күңел йыуанысы булыр. Теләгебеҙ бер беҙҙең - имен-һау ҡайтһындар батырҙарыбыҙ", - ти уңған апайҙар.
Иң мөһиме - был ризыҡ махсус хәрби операция биләмәһендәге һәр яугиргә барып етһен, уларға тыуған яҡтарынан ҡайнар сәләмдәр илтһен!
Фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.