Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
28 Ғинуар 2023, 10:00

Яугирҙәргә бер башмаҡ бүләк итте

Әбйәлил районының Ҡушый ауылы фермеры Ильяс Һибәтов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә башмаҡ һуйған. 

Яугирҙәргә бер башмаҡ бүләк итте
Яугирҙәргә бер башмаҡ бүләк итте

Республикала йәшәгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр ебәрә, гуманитар ярҙам ойоштора. Әбйәлил районының Ҡушый ауылы фермеры Ильяс Һибәтов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә башмаҡ һуйған. Был хаҡта Фәнүзә Дәүләтова хәбәр итә.

"Беҙҙең Ҡушый ауылының йәш фермеры Ильяс Ишбулды улы Һибәтов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға бағышлап бер башмаҡ һуйҙы. Мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ҡыҙҙарым – Римма Ишбирҙина, Гөлфирә һәм Әминә Шәрәфетдиновалар, Әлмира һәм Гәүһәр Сөләймәновалар, Рәғиҙә Килдейәрова, Сания Һибәтова, Гөлшат Мөхәмәҙиева, йәштәр – Илсиә Һибәтова, Линара һәм Илнар Дәүләтовтар, Гөлбикә Ғәлиуллина менән Ильяс Ишбулды улының әсәһе Гөлдәр Әнүәр ҡыҙы һәм атаһы Ишбулды Ғәлип улы Һибәтовтарҙың өйөндә яугирҙәргә быҡтырылған ит әҙерләнек.

Шундай ярҙамдары өсөн бөтәһенә лә рәхмәт, һәр икебеҙҙең тырышлыҡтары бушҡа китмәй, егеттәребеҙҙең ризыҡтарына, мәнфәғәттәренә яҙып, тиҙ арала ғына тыныслыҡ урынлашһын тигән теләктә ҡалайыҡ. Ильяс Ишбулды улына һәм уның ғаиләһенә бөтә ауылдаштарым исеменән һәм үҙемдең исемемдән ҙур рәхмәтемде еткерәм. Һаулыҡ, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ғаилә һәм балалар бәхете, эшегеҙҙә уңышлыҡтар теләйем. Гел шулай ярҙамсыл, егәрле булып ҡал. Ил йортобоҙ имен, күктәребеҙ аяҙ булһын!"

Фото: Фәнүзә Дәүләтова.

Яугирҙәргә бер башмаҡ бүләк итте
Яугирҙәргә бер башмаҡ бүләк итте
Яугирҙәргә бер башмаҡ бүләк итте
Яугирҙәргә бер башмаҡ бүләк итте
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: