"Айыҡ ауыл-2022" республика конкурсында ҡатнашҡан Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яуҙирҙәргә ярҙам күрһәтеүен дауам итә.
Райондан ебәрелгән барлыҡ гуманитар ылауҙарға үҙ өлөшөн индерә улар. Бәйләп йылы әйберҙәр, башҡа кәрәк-яраҡ, яңыраҡ тыуған яҡтың сәләме итеп ҡорот ебәрһәләр, хәҙер иһә балаклавалар теккәндәр. Был хаҡта район башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә.
"Ауылдың кейем бесеүсе үҙ оҫтаһы бар - Рәмзиә Билалова. Әйберҙәрҙе тегешеүҙә иһә ауылдың уҡытыусылары, клуб хеҙмәткәрҙәре һәм хаҡлы ялда булған оло быуын вәкилдәре ярҙам иткән. Йәмғеһе утыҙ балаклава теккән әбүбәкерҙәр. Әйткәндәй, тауарҙы улар Гай ҡалаһынан һатып алған. "Ниндәй маҡсатта алыуыбыҙҙы белгәс, магазин етәксеһе ярты хаҡҡа ғына һатты", - тип ҡыуанып һөйләй апайҙар.
Бына шулай изге ниәтле эш бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙе лә берләштерә. Балаклаваларға ҡушып, үҙ ҡулдары менән йәйеп ҡырҡҡан бишбармаҡ, туҡмас һәм шулай уҡ шифалы үләндәр йыйылмаһын ебәрә улар яугирҙәргә. Бынан тыш, мобилизация буйынса саҡырылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаш егеттәренең ғаиләһе лә һәр ваҡыт әбүбәкерҙәрҙең иғтибары үҙәгендә", - тиелә яҙмала.
Афарин, әбүбәкерҙәр!
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.