Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
30 Ғинуар 2023, 12:00

Тынғыһыҙ ағинәйҙәр

Өшөмәһендәр, асыҡмаһындар, имен ҡайтһындар!

Тынғыһыҙ ағинәйҙәр
Тынғыһыҙ ағинәйҙәр

Йылайыр районы Юлдыбай ауылының  "Ҡанифа юлы " ағинәйҙәр ҡоро ағзалары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә бер тапҡыр кәрәкле йылы кейем-һалым ебәргәйнеләр инде. Әле тағы уландарыбыҙға посылка ебәрер өсөн таңдан ең һыҙғанып эшкә тотондолар. Был юлы күберәк милли  ризыҡтар әҙерләнеләр.

Әлбиттә, иң тәүҙә шифалы башҡорт балын махсус йәтеш һауыттарға тултырҙыҡ. Шулай уҡ, һаҡсыл ағинәйҙәр һыуытҡыстарында һаҡланған табаҡ-табаҡ ҡороттарын сығарҙылар. Ҡорттоң ниндәйе генә юҡ! Сөсө, ауыҙҙа эреп торғандары ла, ауыҙ һыуын ҡоротоп, сикәләрҙе ҡорошторор әсе генәләре лә.

Уларын да изге теләктәр менән  улдарыбыҙға барып етһен, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын тигән доғалар менән төрөп туңдырырға ҡуйылды. Тик кипкән ҡорот аҙлығы беленде. Быйылғы йәйҙә ҡоротто таштай киптереү мотлаҡ эш булһын, әммә былай посылка йыйыу һуңғыһы булһа ине, тип теләнеләр ағинәйҙәр. Йәштәребеҙ, килендәр, ҡамыр баҫа һалып, күлдәй итеп һалмалар  йәйҙеләр, киптереп, матур итеп ҡырҡып бирҙе. Улары ла матур йымлы тоҡсайҙарға тултырылды.  Ир-егеттәребеҙгә күңел йылыбыҙ, хәстәрлекле кескәй генә ғәмәлдәребеҙ күңел тыныслығы, еңеүгә ышаныс, өмөт уятһа ине тигән ниәттә "Ҡанифа юлы " ағинәйҙәре.

Ҡоротто ,аптырап тормай, электр киптергестә киптергән Хәфизә апайыбыҙ. Береһе лә артыҡ булмаҫ әле, тип, ҡаҡ, төрлө тәмләткестәр, майшәмдәр, пластырҙәр, әҙер салфеткалар, кейеҙ олтораҡтар, ойоҡ, бейәләйҙәр тултырҙыҡ. Ҡыҫҡаһы , өшөмәһендәр, асыҡмаһындар, имен ҡайтһындар ине бар теләгебеҙ.

Нәфисә Нәҙерғолова яҙмаһы

Фото: Миләүшә Моратова

Тынғыһыҙ ағинәйҙәр
Тынғыһыҙ ағинәйҙәр
Тынғыһыҙ ағинәйҙәр
Тынғыһыҙ ағинәйҙәр
Тынғыһыҙ ағинәйҙәр
Тынғыһыҙ ағинәйҙәр
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: