Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
30 Ғинуар 2023, 16:30

Яугирҙәр өсөн бетеү ҙә бар...

Әбйәлилдәр яугирҙәр өсөн бар яҡлап ярҙам итергә тырыша: һалма ла ҡырҡалар, тушенка эшләйҙәр, сәк-сәк бешерәләр, хатта бетеү ҙә әҙерләгәндәр

Яугирҙәр өсөн бетеү ҙә бар...
Яугирҙәр өсөн бетеү ҙә бар...

Республикала йәшәгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр ебәрә, гуманитар ярҙам ойоштора. Был тәңгәлдә Әбйәлил районы халҡы бигерәк тә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Күптән түгел Ҡушый ауылы фермеры яугирҙәргә бер башмаҡ һуйып, ауылдаштары иттән тушенка эшләһә, әле һәр ауыл үҙҙәре әҙерләгән әйберҙәрҙе район үҙәгендә урынлашҡан Шайморатовсылар штабына алып килә.

Мәҫәлән, Тупаҡ ауылы халҡы яугирҙәр өсөн сәк-сәк, талҡан әҙерләһә, ҡусҡарҙар, гуманитар ярҙам менән берлектә, һалдаттарға Мөжәүир хәҙрәттең доғаларынан бетеү эшләп, үҙҙәренең имамдары менән доғалар уҡып, йыйылған әйберҙәрҙе Асҡарға алып барып тапшырған.
"Беҙҙең әҙерләгән бетеүҙәр яугирҙәргә тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтырға көс өҫтәһен, ғүмерҙәрен һаҡлаһын", - ти Ҡусҡар ауылы халҡы.

Ишкилде ауылы халҡы ла яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡ туплауҙа әүҙем ҡушылған. Халыҡтан йыйған аҡсаға улар һалдаттарға резина итектәре һатып алған.

Һәр ауыл уңғандары һалдаттар өсөн һалма ҡырҡып, киптереп уларҙы махсус контейнерҙарға тултырған. Сәк-сәк, талҡан әҙерләгәндәр, тыуған яҡтарында үҫкән үләндәрҙән шифалы сәйҙәр һалған. 

Асҡар ауылынан Илсиә һәм Морат Йәнбирҙиндар ғаиләһе махсус хәрби операцияла  ҡатнашҡан һалдаттар өсөн шифалы бал һәм дарыуҙар әҙерләгән.

Оло ярҙамдары өсөн әбйәлилдәргә ҙур рәхмәт, егеттәребеҙҙең ризыҡтарына, мәнфәғәттәренә яҙып, тиҙ арала ғына тыныслыҡ урынлашһын тигән теләктә ҡалайыҡ.

Фото: "Осҡон" гәзите.

Яугирҙәр өсөн бетеү ҙә бар...
Яугирҙәр өсөн бетеү ҙә бар...
Яугирҙәр өсөн бетеү ҙә бар...
Яугирҙәр өсөн бетеү ҙә бар...
Яугирҙәр өсөн бетеү ҙә бар...
Яугирҙәр өсөн бетеү ҙә бар...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: