Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
31 Ғинуар 2023, 08:00

Бер ҡомартҡы ҡалды осрашыуҙан...

"Доғаларҙан йәнең тынысланып, тыныс йоҡла, ҡустым".

Бер ҡомартҡы ҡалды осрашыуҙан...
Бер ҡомартҡы ҡалды осрашыуҙан...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Әбйәлил районыys\ Күсем ауылында махсус хәрби опрецияла ҡатнашҡан Ирмәк Ҡарағужинды һуңғы юлға оҙаттылар.

Ирмәк госпиталдән ҡайтып барышлай, Өфөлә туҡталып, ике туған апайҙарын күреп, уларҙа ҡунаҡ булып һәр береһенең иңенә шәл яба. Бөгөн яугирҙең был фотолары бар интернет селтәрен урап сыҡты. Туғаны, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы шағирә Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә осрашыу минуттары тураһында бик йылы хәтирәләрен яҙып, Ирмәк ҡустыһына шиғыр ҙа арнаған.

"Тыуған ауылым Күсемдәге төп араларҙың береһе — моҙғалар араһының (Ҡарағужа олатайҙан таралған) уҙаманы, Салауат апа һәм Талиба инәйҙең (икеһе лә мәрхүмдәр) кинйә улдары, тыуған илебеҙҙең тыныслығы өсөн көрәшкән ҡаһарман йөрәкле ҡустыбыҙ Ирмәк Ҡарағужинға арнайым.

Ҡаты яраланып госпиталдә ятып сыҡҡандан һуң, тыуған яҡтарға ҡайтты. Ҡайтышлай Өфәлә һеңлемдә туҡтаны (улар класташтар ҙа ине), беҙ ҙә апайҙар менән уны күрергә индек, төн уртаһына тиклем һөйләшеп ултырҙыҡ, өсөбөҙгә лә мамыҡ шәлдәр бүләк итте, беҙ уңайһыҙланып алмаҫҡа ла уйлағайныҡ, үпкәләйем, тине. Йүнсел икәнен белһәм дә (ғөмүмән, Салауат апаның бөтә балалары ла йүнселдәр), йәнә бер иғтибар итеп ҡуйҙым уның был һыҙатына, әжәл янда ғына йөрөгәндә лә, туғандарына, яҡындарына бүләктәр хәстәрләүенә күңелемдән һоҡландым.

Икенсе көнө апайым уҡытҡан аятҡа тура килеүенә лә ҡыуандыҡ, әруахтар рухына хәйер-саҙаҡа таратты, һуңынан Биктимер ағайым менән ауылға ҡайтып китте. Беҙҙең менән шул рәүешле хушлашып китеүе булған икән...

Йәне йәннәт түрҙәрендә, ауыр тупраҡтары еңел булһын. Балаларының, ғаиләһенең, Салауат апаның балаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам.

Аҡ күлдәген кейеп ҡаршы алды
Тыуған яғың һине яу еренән.
Аҡ булмышы, саф һулышы менән
Дауаларға һине яу сиренән.
Яу сиренең дауалары бармы?
Бармы йөйһөҙ тәндең яраһы?
Бармы уңалтырлыҡ берәй әмәл
Тишкеләнгән йәндең яраһын.
Йәнең яраһынан – сей яранан
Тып-тып, тып-тып тамды тамсылар.
Һәр тамсыһы шыйыҡ сыбыртҡылай
Бик аяуһыҙ йәнде ҡамсылай.
Ҡамсыланған тән, йән яраларын
Алып ҡайтып киттең ауылға.
Яраларға шифа табалманың,
Ҡаршы тороп баҫтың дауылға.
Бер ҡомартҡы ҡалды осрашыуҙан –
Ап-аҡ йомшаҡ мамыҡ шәл генә.
Әжәл еренән дә аҡ хистәрҙә ҡайттың –
Кем уйлаған... үтер мәл генә.
Күңел яраларың асыҡ килеш
Һин юлландың ҡабат афәткә.
Һин юлландың оло Ватаныңдың
Киләсәген күреп бәхеттә.
Ап-аҡ күлдәк кейеп ҡаршы ала
Тыуған яғың һине – батыр улын.
Тик ниңәлер һин үҙең дә бөгөн
Аҡҡа төрөнгәнһең, бир ҡулың...
Төрөнгәнһең, әллә өшөйһөңмө,
Урайыммы мамыҡ шәлеңә?
Ун шәле лә йәл дә булмаҫ ине,
Йылыһы юҡ хисһеҙ хәлеңә.
Ап-аҡ ҡарҙар, ап-аҡ мамыҡ шәл дә –
Һинең күңелеңдең көҙгөһө.
Береһе – һалҡын, береһе – йылы, ни хәл?
Ҡапма-ҡаршылыҡтар... түҙ генә...
Аҡ хистәрҙә, аҡ миҙгелдә юлың,
Мәңгелек йортоң булһын аҡ йортта.
Доғаларҙан йәнең тынысланып
Тыныс йоҡла, ҡустым, тын йоҡла!

(Зөлфирә Ҡарағужина).

Фото: Зөлфирә Ҡарағужина.

Бер ҡомартҡы ҡалды осрашыуҙан...
Бер ҡомартҡы ҡалды осрашыуҙан...
Бер ҡомартҡы ҡалды осрашыуҙан...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: