Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
31 Ғинуар 2023, 14:51

Көслө һәм ҡыйыу кеше менән ғорурланалар

Халҡыбыҙҙың ярҙамы ҙур этәргес бирә.

Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылынан үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан уҡытыусы хаҡында яҡташтары, көслө һәм ҡыйыу кеше, тип ҙур ғорурлыҡ менән телгә ала.

 "Башҡортостан граждандары үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бында башҡорт халҡының холҡо ла, уның менталитеты ла күренә. Борондан башҡорт яугирҙәре Тыуған илебеҙ өсөн һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Быларҙың барыһы ла тамырҙарға барып тоташа. Мин һәр ваҡыт республикабыҙҙа йәшәгән кешеләрҙең Рәсәйҙә барған ваҡиғаларҙа ҡатнашлығы булыуын, айырыуса ауыр мәлдәрҙә һәр ваҡыт ил менән булыуын билдәләйем”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Ысынлап та, үткән йылдың февралендә күптәрҙең тормошо икегә бүленде. Илебеҙ азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ, бәхетле киләсәк өсөн көрәшкә сыҡты. Атайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ, улдарыбыҙ, ирҙәребеҙ һәм таныштарыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Хәрбиҙәр сафына үҙ теләге менән баҫҡандар хаҡында айырым һөйләрлек, улар һоҡланыу һәм ихтирам уята. Хаҡлыҡ өсөн ҡулдарына ҡорал алған ир-егеттәребеҙ нацизмдан, фашизмдан ҡотҡарырға бара.

Бөгөнгө мәҡәләнең геройы – Балаҡатай районынан Ғәлиулла Закиров. Ул Рәсәй Геройы А. Доставалов исемендәге батальон составында хәрби булараҡ ҡатнаша (йәше тулыу сәбәпле, яңыраҡ тыуған яғына ҡайта). Бындай ҡарар ҡабул итеүе Ватаныбыҙ һәм халҡыбыҙ яҙмышына битараф булмауы хаҡында һөйләй. 

Ғәлиулла Йосоп улы 1970 йылда тыуған. 16 йылдан ашыу Яңы Балаҡатайҙағы 1-се урта мәктәптә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Юғары квалификациялы белгес. Ул мәктәптә генә түгел, районда үткәрелгән патриотик сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Уның белеме, күнекмәләре һәм һөнәри оҫталығы бер нисә тапҡыр район хакимиәтенең генә түгел, шулай уҡ республика әһәмиәтендәге почет грамоталары менән билдәләнгән.

Махсус хәрби операция башланғас, Ғәлиулла Закиров хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә, кәрәкле документтар йыя. Эшенән отпускыға ғариза яҙа һәм үҙ теләге менән хәрби хәрәкәттәр зонаһына юллана. Ул үҙ ҡарарын уҡытыусы булараҡ күп тапҡыр намыҫ, ҡаһарманлыҡ һәм Ватанды һаҡлау кәрәклеге хаҡында һөйләүе менән аңлатты. Быға тиклем Ғәлиулла Йосоп улы Төньяҡ Кавказ төбәгендә террорға ҡаршы операция үткәреү зонаһында ҡатнашҡан.

Хәрби операция ҡатмарлы һәм аяуһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, яҡты мәлдәргә лә урын бар. Бынан тыш, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуға  республиканан, район хакимиәтенән һәм ауылдаштарынан ярҙам күрһәтелә.

– Маҡтанып әйтмәйем, башҡорт егеттәре икешәр кейем тупланмаһы (Оборона министрлығы һәм республикабыҙҙан бирелгән) менән юлға сыҡтыҡ. Бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәнек. Башҡортостаныбыҙҙан гуманитар ярҙам бик көслө. Беҙгә хатта икенсе төбәктәр көнләшеп ҡарайҙар ине. Аҙыҡ-түлек, йоҡо тоҡтары, плитә, бензобысҡы һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡ ебәрәләр. Былар барыһы ла беҙҙең рухты күтәреүгә этәргес бирә һәм ғорурлыҡ тойғоһо уята, – ти яугир.

Тыуған иленән, яҡташтарынан йылы һүҙҙәр ишетеүе, ҡеүәтләп, дәртләндереп тороуҙары Ғәлиулла Закиров өсөн ҙур ярҙам була. Тыуған ауылы Биләндән ауылдаштары төҙөгән төркөмдәге рухи терәк, изге теләк һүҙҙәре яҙылған хат-хәбәрҙәр, уларҙың көтөүен белеү уға ҙур көс бирә. “Халыҡ үҙе көс биреп торғас, нисек уларҙың ышанысын аҡламайһың инде? – ти ул. – Ғаиләләребеҙгә ярҙам иткәндәре хаҡында ишетеү ҙә күңелде күтәрә ине. Ил алдында бурысыңды үтәгәндә яҡындарың өсөн тыныс күңел менән йөрөйһөң”.

Имен-һау ҡайтыуын көтөп торған коллективы уны йылы ҡабул итә. Район хакимиәтендә ойошторолған йыйылышҡа саҡыралар. Сираттағы гуманитар ярҙам ебәргәндә уның һүҙҙәрен иҫәпкә алалар. “Һабын, йыуыныу әйберҙәрен күпләп ебәреп, артыҡ булып китә. Квадракоптер ебәрәләр. Әгәр махсус хәрби квадракоптер булмаһа, файҙаһы юҡ”, – ти Ғәлиулла Йосоп улы.

Әңгәмәсем хәрби юлын һөйләгәндә батырлыҡ күрһәткән ир-аттарыбыҙҙың күп булыуын, дөйөм тырышлыҡ, халыҡтың ышанысы һәм терәге менән еңеү беҙҙең яҡта буласағына инана. Уйҙарыбыҙҙы ыңғай яҡҡа йүнәлтергә өндәне ул.

Ғәлиулла Закиров кеүек тыуған илен яҡларға әҙер һәр ир-уҙаман алдында баш эйәбеҙ. Ерҙә тыныслыҡ булһын, яугирҙәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн доға ҡылайыҡ.

Рүзилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас: