+5 °С
Болотло
Республикала йәшәгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр ебәрә, гуманитар ярҙам ойоштора.
Бөрйән районының Мәһәҙей ауылы хужабикәләре махсус хәрби операцияла йөрөгән яҡташтарына талҡан эшләп ебәрергә ҡарар иткән. Улар урамда усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып, унда алдан бөртөкләп тигәндәй таҙалаған бойҙайҙы ҡыҙҙырған. Артабан уны тирмәндә тартып, талҡан әҙерләгәндәр.
Халҡыбыҙҙың милли ризығы талҡан тиҙ иҫкермәй, үҙе туҡлыҡлы, организм өсөн дә бик файҙалы.
Фото: “Таң” гәзитенән.