Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов белдереүенсә, төбәк халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә сираттағы ярҙамды туплай, шул иҫәптән өс “УАЗ” автомобилен дә әҙерләгәндәр.
“Февраль айында махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә сираттағы ярҙамды алып барырға планлаштырабыҙ. Юлға сығыу ваҡытын алдан хәбәр итербеҙ. Әлеге мәлдә ярҙам йыйыу буйынса эштәр дауам итә. Тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек (консерва, целлофан пакет эсендә печенье) һәм кәрәкле әйберҙәр (бирсәткәләр, эске кейемдәр, ойоҡбаштар, шәхси гигиена кәрәк-ярағы) менән шәхси посылкаларҙы ла аласаҡбыҙ.
Үҙебеҙ менән тепловизор, өс “УАЗ” автомобиле, күсереп йөрөтмәле мунса алабыҙ. Бер машина – Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонындағы яҡташтарыбыҙға, ике машина мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәргә тапшырыласаҡ.
Бөгөн егеттәргә беҙҙән ярҙам һәм һәр яҡлап булышлыҡ күрһәтеү бик мөһим. Был йәһәттән эштәрҙе берҙәм алып барырға кәрәк”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район башлығы.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/gazizmanapov