Махсус хәрби операция башланғандан алып Белорет районы халҡы яугирҙәргә тонналап гуманитар ярҙам йыя. Был юлы аҙыҡ-түлек, экипировка һәм ҡорамалдар, башҡа кәрәк-яраҡты махсус хәрби операция биләмәһенә “УАЗ” автомобилендә алып барасаҡтар.
Битараф булмаған кешеләр һалдаттар өсөн гуманитар йөк йыйыуҙа һәм алып барыуҙа ҡатнаша. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет буйынса бүлеге патруль-пост хеҙмәтенең айырым бүлексәһе нарядтарына идара итеү төркөмө инспекторы, полиция лейтенанты Вадим Мулынбаев махсус хәрби операциялағы яҡташтарына автомобиль кәрәклеген белгәс, хеҙмәттәштәренә "УАЗ" һатып алыуҙа матди ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет буйынса бүлеге етәксеһе, полиция полковнигы Дим Нәҙербаев һәм барлыҡ хеҙмәткәрҙәр был тәҡдимде хуплаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре өс көндә кәрәкле аҡсаны йыйған. Шулай уҡ аҡса йыйыуға запастағы урындағы хәрби разведчиктар (“Дозор” йәмәғәт ойошмаһы) һәм эске ғәскәрҙәр резервы хәрбиҙәре ҡушылған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре яраҡлы автомобиль табып, кәрәкле сумманың байтаҡ өлөшөн йыйған. Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, үҙ сиратында, полиция хеҙмәткәрҙәренә һүҙ менән генә түгел, ә эш менән дә булышлыҡ күрһәткән. Хакимиәт ярҙамында ҡиммәтерәк, әммә ныҡлы автомобиль һатып алынған. Машина яугирҙәрҙе уңайһыҙ хәлдәргә ҡалдырмаһын өсөн уны ентекле әҙерләгәндәр, тәртипкә килтергәндәр, техник яҡтан да яҡшы итеп хеҙмәтләндергәндәр.
Кисә дөйөм тырышлыҡ менән һатып алынған автомобилгә посылкалар тейәп, уны автоколонна составында беҙҙең ғәскәрҙәр урынлашҡан урынға оҙатҡандар. Ул беҙҙең яҡташтар хеҙмәт иткән полкка тапшырыласаҡ.
Ил именлеге өсөн көрәшкән яугирҙәргә ошондай ярҙам матди генә түгел, ә ҙур рухи ҡеүәт булып тора, ҡанат ҡуя. Берҙәм булғанда ғына беҙ көслө.
Фото: vk.com/belrab