Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
1 Февраль 2023, 23:00

"Ҡыҙҙы табып, рәхмәт әйтермен тигәйнем"

Шайморатов исемендәге батальон яугире үҙе менән алғы һыҙыҡта балаларҙың хатын йөрөткән.

"Ҡыҙҙы табып, рәхмәт әйтермен тигәйнем"
"Ҡыҙҙы табып, рәхмәт әйтермен тигәйнем"

Билдәле булыуынса, бөгөн хәрби махсус операцияла ҡатнашҡан бер төркөм яҡташыбыҙ сираттағы ялға ҡайтты. Улар араһында "Шах" ҡушаматлы яугир ҙә бар.

«Шах» - отставкалағы офицер, үҙ ваҡытында Кавказ аръяғындағы ҡыҙыу нөктәлә ҡатнашҡан. Шуға күрә, Донбасс менән Луганскиҙы утҡа тота башлағастар ҙа, ул күп  уйламайынса, ғаиләһенә үҙенең ирекмән булырға ҡарар итеүе тураһында хәбәр иткән. Башҡортостанда Шайморатов исемендәге батальон ойошторола башлауы хаҡында иптәштәре хәбәр иткәс, үҙ теләге менән унда ҡушыла.

Асыҡланыуынса, республикабыҙ халҡы тарафынан ебәрелгән гуманитар ярҙам менән уҡыусылар яҙған хаттар ҙа була. Шул хаттарҙың береһе "Шах"ҡа барып эләгә. Хатта түбәндәге юлдар яҙылған:

«Бөтә рус халҡы өсөн ауыр осор етте. Әммә һеҙ беҙҙең өсөн ҡыйыулыҡ һәм ғорурлыҡ эталоны! Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән әле беҙ тыныс уҡыйбыҙ, аралашабыҙ, саф һауала йөрөйбөҙ, яҡындарыбыҙ менән ваҡыт үткәрәбеҙ һәм тыныс күк йөҙөнә һоҡланабыҙ! Яугирҙәр беҙҙең яҡлауҙы тойһон өсөн Рәсәй армияһына ярҙам итергә тырышабыҙ, посылкалар ебәрәбеҙ һәм хаттар яҙабыҙ. Бөтә ил фронт яңылыҡтарын тулҡынланып күҙәтә. Беҙ һеҙҙең иҫән-һау ҡайтҡанығыҙҙы көтәбеҙ! Яңы йылға кире ҡайтырһығыҙ тип өмөтләнәбеҙ. Был илебеҙ өсөн иң яҡшы бүләк булыр».

Был хатты Өфө районының 9-сы класс уҡыусыһы Элина Канафиева яҙған. Хат «Шах»ҡа эләгә. Яугир тыуған яғына ҡайтҡанға тиклем был хатты үҙе менән алып йөрөткән. Ә ҡыҙыҡайҙың һүҙҙәре һәр саҡ аңында набат һымаҡ яңғыраған: «Бөтә ил һеҙҙе күҙәтеп бара. Иҫән ҡайтығыҙ. Беҙ һеҙҙе өйҙә көтәбеҙ».

«Элинаның хатын мин кеҫәмдә йөрөттөм.  Уны йыш ҡына уҡып сыға торғайным. Ул мине һаҡлай кеүек тойолдо. Минең яугирҙәрем Аллаға ышана, кистәрен бер тәрилкә һалдат бутҡаһы артында  беҙ һуғыш, яралар  тураһында түгел, ә үҙебеҙҙең йорт, тыуған яҡ, ғаиләбеҙ хаҡында һөйләшәбеҙ. Бында ир- аттарҙың күп нәмәгә ҡарашы үҙгәрҙе, улар тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарай башланы. Беҙ бер-беребеҙгә хеҙмәттәш кенә түгел, ә туғандар ҙа булып киттек. Һәм һәр ҡайһыбыҙҙың - үҙ яҡлауы. Миндә - Элинаның хаты. Башҡортостанға ҡайтҡас, Элинаны мотлаҡ табып, уға рәхмәт әйтермен, тинем. Һәм вәғәҙәмде үтәнем - бөгөн Элина менән осраштым", - тигән "Шах".

Тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуға көс бирерҙәй ысын күңелдән яҙылған ошондай хаттар һәр яугиргә барып етһен, уларҙы яҙыусылары менән осрашырға насип булһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Фото: "Башинформ".

"Ҡыҙҙы табып, рәхмәт әйтермен тигәйнем"
"Ҡыҙҙы табып, рәхмәт әйтермен тигәйнем"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: