Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
2 Февраль 2023, 11:00

Һалдаттар утҡа ҡарап, өйҙө иҫкә төшөрөр

Улар менән һыу ҡайнатып та, аш йылытып та, йылынып та була...

Һалдаттар утҡа ҡарап, өйҙө иҫкә төшөрөр
Һалдаттар утҡа ҡарап, өйҙө иҫкә төшөрөр

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов хәбәр итеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ өсөн был юлы район бюджеты иҫәбенә ҡиммәтле ҡорамалдар – тепловизор, рация, бинокль, коптер, маскировка селтәрҙәре алынасаҡ. Шулай уҡ дарыуҙар, эш ҡоралдары, йылылыҡ генераторҙары, мейестәр, юлға яғыулыҡ кәрәк буласаҡ. Был тәңгәлдә халыҡтың ярҙамына өмөтләнергә ҡала, сөнки әйтелгән кәрәк-яраҡҡа бюджет аҡсаһын тотонорға ярамай. Ғәҙәттәгесә, Ермолаевкалағы “Ғаилә” үҙәге шәхси посылкаларҙы ла ҡабул итә.

Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ярҙам итеүселәр араһында Ермолаевкала тыуып үҫкән, Ырымбурҙа оҫтахана асҡан эшҡыуар Сергей Сорокин да бар. Ул походта ҡулланылыусы мейестәр эшләй, уларҙа һыу ҡайнатып та, аш йылытып та, йылынып та була, тиҙәр. Яҡташыбыҙ уларҙы күңел ҡушыуы буйынса  эшләй. Ғаиләһе лә һәр яҡлап ярҙам итә, ейәнсәрҙәре һалдаттарға блиндажда ҡулланыу өсөн шәмдәр эшләргә өйрәнгән. Бындай шәм биш сәғәт тирәһе яҡтырта ала, тиҙәр. Хәрбиҙәр утҡа ҡарап, өй йылыһын иҫкә төшөрөр, тыуған яҡтарында уларҙы түҙемһеҙлек менән көткәндәрен, яратҡандарын аңлар, тип яҙа “Көйөргәҙе” хәбәрселәре.

 Светлана Беглова фотоһы.

Һалдаттар утҡа ҡарап, өйҙө иҫкә төшөрөр
Һалдаттар утҡа ҡарап, өйҙө иҫкә төшөрөр
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: