Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
2 Февраль 2023, 19:00

Асҡын депутатынан — бронялы "УАЗ"

Ҡорос көплө машина юлға сығырға әҙер.

Асҡын депутатынан — бронялы "УАЗ"
Асҡын депутатынан — бронялы "УАЗ"

Республика ауыл һәм ҡалаларынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам - йылы кейем, аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, өй ризыҡтары оҙатыла. Ҡайһы бер эшҡыуарҙар үҙҙәренең машиналарын яугирҙәргә ебәрә. 

Асҡын районы депутаты Дамир Әбүбәкеров алғы һыҙыҡтан яралыларҙы сығарыу өсөн транспорт етмәүен белеп ҡалғас, "УАЗ" автомобиле ебәрергә ҡарар итә. Ун көн эсендә машина алыҫ юлға сығырға тулыһынса әҙер була, хатта кузовына ҡорос көп ҡуйыла һәм буяла.

Дамир Ҡәнәфи улы билдәләүенсә, был машина кәм тигәндә бер яугирҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡаласаҡ.

Әйткәндәй, Дамир Әбүбәкеров район халҡы менән бергә махсус операциялағыларға бензобысҡы, көрәк һәм башҡа кәрәк булырҙай ҡорамалдар ебәргән. Асҡын районы депутатына "афарин!" тиергә генә ҡала.

Фото: Асҡын районы хакимиәте сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: