

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн республиканың һәр ауыл һәм ҡалаһынан гуманитар ярҙам йыйыла, уларҙың барыһы ла уларға оҙатыла. Баймаҡ районы эшҡыуары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн тай һуйған.
Түбә ауылынан эшҡыуар Ҡыуат Боҫҡонов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ өсөн бер тай тотонған. Был иттән ауылдың бер төркөм уңған ҡатын-ҡыҙҙары тушёнка һәм ҡаҙы эшләгән.
«Изге уй-ниәттәр менән әҙерләнгән ризыҡтарыбыҙ һәйбәт барып етһен, улдарыбыҙ тыуған яҡтарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын», - тип хәбәр итә Түбә ауылы халҡы.
Тыуған яҡтарынында әҙерләнгән хәләл һәм сифатлы ит ризыҡтары яҡташтарыбыҙ өсөн йорт йылыһы, туғандарының сәләмдәре булып барып итһен, уларҙың ризыҡтарына яҙһын, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.