Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
4 Февраль 2023, 20:00

Һөләймән уҙаманы хәрбиҙәргә бер тонна бал әҙерләгән!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә.

Һөләймән уҙаманы хәрбиҙәргә бер тонна бал әҙерләгән!
Һөләймән уҙаманы хәрбиҙәргә бер тонна бал әҙерләгән!

Мәсетле районы ауылдары махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам итеү маҡсатында әүҙем эш алып бара. Халыҡ кәрәк-яраҡ әйберҙәр, аҙыҡ-түлек йыя, посылкалар әҙерләй.

Мөһим һәм изге эштән Һабанаҡ, Мәләкәҫ, Тәкә, Айып, Һөләймән ауылдары халҡы ла ситтә ҡалмаған. Һөләймән ауылында йәшәүсе Булат Шәмсийәров хәрбиҙәргә күстәнәскә бер тонна татлы бал әҙерләгән.

Ауылдарҙа әҙерләнгән, йыйылған гуманитар йөк һалдаттарға оҙатыу өсөн Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штабҡа тапшырыла.

Фото: "Башҡортостаным. яңылыҡтар" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: