Республика халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтары өсөн ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Ә бына Өфө эшҡыуарының яугирҙәр өсөн әҙерләгән бүләге бигерәк тә шәп!
Өфө эшҡыуары Рәзиф Фәтхлисламов спутник элемтәһе, радио тоҫҡау системаһы һәм Морзе коды менән йыһазландырған йөк машинаһы һатып алған. Эшҡыуарға эш өсөн ауыр йөк машинаһы кәрәк була. Иғландарҙы ҡарағанда, уны Мордовиянан ЗИЛ-131 йөк машинаһы ҡыҙыҡһындара. Күргәс, үҙе лә аптырап ҡала.
"Уның кузовын ҡарағас, күҙҙәремә ышанманым: салонда ысын команда пункты бар ине, һәм яҡшы хәлдә. Махсус транспорт сараһы эстән дә, тыштан да идара ителә. Уның ярҙамында күктә йәки тәрән һыу аҫтында хәрби заданиелар үтәүсе частар менән бәйләнештә булырға мөмкин", - ти ул.
Һис бер икеләнеүһеҙ Рәзиф Фәтхлисламов йөк машинаһы һатып ала, әммә үҙе өсөн түгел, ә хәрбиҙәргә. Өфө эшҡыуары был техника яугирҙәргә нығыраҡ кәрәк тип уйлаған һәм уны махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрергә ҡарар иткән. Яҡын арала машинаны күстәнәс менән тултырып, Донбассҡа ебәрергә йыйына.
Бына бит шундай оло йөрәкле, изге күңелле кешеләр арабыҙҙа күп - шуныһы шатландыра.
Фото һәм видео: "Новости Уфы"