Илебеҙгә килгән һынау халыҡты берләштерер кенә ҡалмай, ә изге эштәр башҡарыуға ла булышлыҡ итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн республика халҡы ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, хатта үҙҙәренәң шәхси автомобилдәрен дә бүләк итә. Шундай хөрмәткә лайыҡ ир-уҙаманы Сибай ҡалаһында йәшәй.
Сибай ҡалаһынан "Газсервис" йәмғиәтенең баш инженеры Радик Хөсәйенов махсус хәрби операциялағы хәрбиҙәргә ҙур ярҙам күрһәтте: шәхси "Патриот" УАЗ автомобилен алғы һыҙыҡтағыларға алып барып тапшырған. Яу яланында йөрөгән ҡустыһы - танк батальоны командиры, майор, фронт линияһы буйлап аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәкле әйберҙәр ташыр өсөн бөтә ерҙә лә үтеүгә һәләтле машина кәрәклеген, уны һатып алырға теләүҙәрен белдерә. Радик Хөсәйенов күп уйлап тормай, ҡул аҫтында шундай техникаһы булғас, уны хәрбиҙәргә бирергә ҡарар итә. Дондағы Ростовҡа ҡәҙәр автомобилде хужаһы, уның туғандары Марат Хөсәйенов, Вячеслав Шульмин оҙатып бара. Унда инде "Патриот"ты ҡустылары һәм уның хеҙмәттәше ҡаршы килеп ала.
Ир-егеттәрҙең изге ниәте хаҡында Сибай ҡалаһының балалар өсөн реабилитация үҙәге хеҙмәткәрҙәре ишетеп ҡала һәм үҙ көстәре менән йыйған гуманитар ярҙамды тейәтеп ебәрә.
-Беҙ был ярҙамды кемгәлер аныҡ төбәп түгел, ҡайҙа алып барып еткерәләр, шуларға тапшырырға, тип йыйҙыҡ. Медикаменттар, йылы, эске кейем, ойоҡ, бирсәткә, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлеккә ҡушып, “Ҡәҙерле яҡташтарыбыҙ! Тиҙерәк еңеү яулап иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Беҙҙе һеҙҙе яратабыҙ һәм көтәбеҙ! тигән дәртләндереү һүҙҙәре яҙылған хаттар яҙып һалдыҡ, - ти үҙәк етәксеһе Илүзә Нурмөхәмәт ҡыҙы Дәүләтбаева.
Бына шундай изге күңелле, миһырбанлы Сибай ир-уҙаманына тик "Афарин!"дан башҡа ни әйтәһең!
Фото: Илүзә Дәүләтбаева.