Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
6 Февраль 2023, 19:00

Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ

Ошондай изге теләктәрен юллай ҡашҡалар 

Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ
Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ


Бөгөн  Ҡашҡа ауылы халҡы  бергәләшеп үҙҙәрен изге эшкә бағышланы. Олоһоноң да, йәшенең дә иң әүҙемдәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға маскировкалау селтәрен үрергә йыйылды.

"Егеттәребеҙ үҙен аямай илде һаҡлағанда, беҙ бер нисек тә тик ултыра алмайбыҙ. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ", - тиҙәр ауылдаштар.
Йыр һуҙып, изге теләктәр әйтеп башҡарғанда эш тә тиҙ ырай. Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмай, бар мәшәҡәттәрен ташлап изге сараға килгәндәрҙең тырышлығы маҡтауға лайыҡ.”Беҙҙең берҙәмлек көсөн яуҙағы ир-егеттәребеҙ ҙә тойһон. Уларҙың иҫән-имен генә тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын көтәбеҙ!” - тигән изге теләктәрен дә юллай Ҡашҡа халҡы.

Фото: Ҡашҡа ауылының социаль селтәренән.

Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ
Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ
Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: