Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
7 Февраль 2023, 17:00

Ағинәйҙәр быҡтырылған иттән күстәнәс әҙерләне

Дилә Баҡтыбаева һәм Раиса Самохина барлығы 97 банка эшләгән.

Ағинәйҙәр быҡтырылған иттән күстәнәс әҙерләне
Ағинәйҙәр быҡтырылған иттән күстәнәс әҙерләне

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Садовый ауылы ағинәйҙәре башланғысы менән яугирҙәргә кәрәк-яраҡ алыу өсөн аҡса йыйыу иғлан ителгән. Уны ауылдаштар дәррәү күтәреп алып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтәһе 50 мең һумға яҡын йыйылған. Уның бер өлөшөнә яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр һатып алынһа, икенсе өлөшөнә ит һатып алып, ауылдың әүҙем ағинәйҙәре - Дилә Баҡтыбаева, Раиса Самохина барлығы 97 банка быҡтырылған консерва эшләгән. “Берҙәмлектә - беҙҙең көс, икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбат иткән файҙалы эш булды был", - ти ауыл халҡы.

Ағинәйҙәрҙең башланғысын ихлас күңелдән хуплап, күтәреп алған ауыл депутаты Самохин Владимир Борисовичҡа, староста Баҡтыбаев Рәшит Тимербулат улына, шәхси эшҡыуар, фермер Сабитов Илнур Ҡотдос улына, барлыҡ ауылдаштарына, ситтә йәшәгән ауыл йәштәренә оло рәхмәт белдерә садовыйҙар.

"Донъяларыбыҙ имен, ғаиләләребеҙ теүәл булып, егеттәребеҙҙең имен-һау, сәләмәт үҙ ғаиләләренә ҡайтыуын теләйбеҙ!” - ти ауыл халҡы. Иң мөһиме - ихлас күңелдән һәм яҡты уйҙан, изге теләктәр менән эшләнелгән хәләл һәм сифатлы консервалар, аҙыҡ-түлек, яугирҙәр өсөн тупланған кәрәкле әйберҙәр махсус хәрби операция биләмәһендә булған яҡташтарыбыҙға барып итһен.

Фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Ағинәйҙәр быҡтырылған иттән күстәнәс әҙерләне
Ағинәйҙәр быҡтырылған иттән күстәнәс әҙерләне
Ағинәйҙәр быҡтырылған иттән күстәнәс әҙерләне
Ағинәйҙәр быҡтырылған иттән күстәнәс әҙерләне
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: