Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
7 Февраль 2023, 15:30

"Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ!"

Башҡорт батальондары хәрбиҙәренең ялы тамамланды.

"Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ!"
"Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ!"

Башҡортостан яугирҙәренең икенсе партияһы өйҙәрендә булып китте. Махсус хәрби операция биләмәһенә барғас, уларҙың ҡалған хеҙмәттәштәре үҙҙәренең тыуған еренә ҡайтасаҡ: контракт буйынса хеҙмәт иткән һалдаттарға ла, мобилизацияланғандарға ла, ирекмәндәргә лә ошондай ысулда ял итеүҙе ойоштороу ҡаралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 26 ғинуарҙа республикаға яугир ирекмәндәрҙең тәүге төркөмө ял итергә ҡайтҡайны, ә 1 февралдә Өфөгә ял итеү хоҡуғын алған икенсе төркөм килде. Быға тиклем яугирҙәр өйҙәренә берәмләп ялға ҡайтты. Хәҙер иһә егеттәрҙе төркөм менән ялға даими ҡайтарыу ҡаралған. Бынан тыш, Башҡортостандың барлыҡ яугирҙәре лә ошондай ялда буласаҡ.

Билдәләп үтергә кәрәк, ир-егеттәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенән килтереү бик ойошҡан һәм тиҙ атҡарыла: бының өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса махсус автобустар бүленгән. Ошо рәүешле юлға киткән ваҡыт кәмей һәм яугирҙәргә яҡындары менән оҙағыраҡ булыу мөмкинлеге тыуа.

“Ведьмак” ҡушаматы аҫтында йөрөгән доставаловсы эт тотоп алған. Баҡтиһәң, башҡорт батальоны командиры урынбаҫары әлегә ялға ҡайта алмаған, шуға ла хеҙмәттәшенән этен алып килеүен һораған, сөнки ул дүрт аяҡлы дуҫын бик һағынған.

“Уның менән дежурҙа торасаҡбыҙ, Ватаныбыҙ сиктәрен һаҡлаясаҡбыҙ. Унда эттәр күп ул, дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ батырҙарса ярҙам итә. Үҙемә килгәндә, яҡшы кәйефтә юлға сығам. Өйҙә булдым, ялымды ғаиләм менән үткәрҙем. Ошо мөмкинлектән файҙаланып, Башҡортостандың барлыҡ халҡына гуманитар ярҙам йыйыуҙа ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтәм. Ҙур ярҙам күрһәтәләр, беҙгә яңы форма ебәрҙеләр, даими рәүештә броня һаҡлау саралары, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек алабыҙ. Бөтә кәрәк-яраҡ та бар”, – тине яугир.

Хәрбиҙәр, оҙағыраҡ ял итһәләр, шат булыр ине. Әммә яҡшы аңлайҙар: яңынан юлға сығырға, үҙ бурысыңды башҡарырға ваҡыт.

“Ял шәп булды! Барлыҡ туғандарымды, дуҫтарымды күрергә тырыштым. Юлға тынысланып сығам. Бында ғаиләләребеҙ ҡараулы булғанын беләм. Ябай миҫал: фатирҙағы торбанан һыу аҡҡан, шунда уҡ килеп мәсьәләне хәл иткәндәр. Район хакимиәте хатта ата-әсәләргә телевизион юлдаш “тәрилкәһен” һатып алырға ярҙам иткән. Аҡса ла даими түләнә, – тине “Зингер” ҡушаматлы һалдат.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса һөйләшеүгә “Док” исемле яугир ҙә ҡушылды. Әсәһенә ашығыс операция кәрәк булған. Бөтә яуаплы ведомстволар шунда уҡ йәлеп ителгән, ҡатынды дауаханаға һалғандар, һәм ғәмәл уңышлы үткән. 

– Мин, ысынлап та, яҡындарымды, туғандарымды күрергә хыялландым, был турала әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Һәм мунсаға барырға теләнем! Барыһының да уйлағанымса килеп сығыуына шатмын. Хәҙер кире китергә ваҡыт. Күтәренке рухта дуҫтар янына барабыҙ, ошо ваҡыт эсендә хеҙмәттәштәребеҙ яҡын кешеләргә әйләнде, – ти “Док”.

Уны оҙатырға ҙур ғаиләһе килгән, шул иҫәптән операциянан һуң һауығып сыҡҡан әсәһе лә. Атаһы ныҡ борсола ине. Ул да улы менән “шайморатовсылар” сафында бергә хеҙмәт иткән, ә хәҙер уны оҙата.

– Улым минән алда китте. Бер айҙан мин дә шундай ҡарар ҡабул иттем, килешеү төҙөнөм, һәм беҙ унда бергә булдыҡ. Өс ай һуғышып өлгөрҙөм, хәҙер инде йәшем буйынса хеҙмәткә ярамайым, ул тағы ла китә. Шуға, әлбиттә, улым өсөн борсолам. Шул уҡ ваҡытта ғорурлыҡ тойғоһо тоям, сөнки беҙ, ирекмәндәр, ҡурҡыу белмәйбеҙ, унда ни өсөн барғаныбыҙҙы аңлайбыҙ, – ти атай кеше.

Йыйылып, теҙелгәндән һуң яугирҙәргә яҡындары менән хушлашыу өсөн биш минут ваҡыт бирелде. Һәм тағы ла юлға сығырға ваҡыт етте. Әйтеп үтелгәнсә, республика улар өсөн транспорт бүлеүҙе ойошторған: Башҡортостан Башлығы исеменән ебәрелгән автобустарҙа хәрбиҙәр үҙ бүлексәләре урынлашҡан урынға барып етәсәк.

– Егеттәр ял итеп, бөгөн юлға сыҡты. Махсус хәрби операцияла биләмәһендәге хәрби частарына килеп етеү менән, Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, шул уҡ транспортта ял итеүселәрҙең сираттағы партияһы ялға ҡайта. Бөтәһе лә сиратлап ял итәсәк, быныһы өсөнсө партия буласаҡ инде, – тине Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре экипажы оҙатыуында автобус юлға сыҡты. "Беҙ мотлаҡ еңеү менән ҡайтырбыҙ!" – тип яугирҙәр яҡындары менән хушлашты.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ”.

"Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ!"
"Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ!"
"Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ!"
"Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ!"
"Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ!"
"Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ!"
"Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ!"
"Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ!"
"Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ!"
"Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ!"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: