+21 °С
Болотло


Йылайыр район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан китапханала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә ярҙам ебәреү ниәтенән туҡмас йәйеп ҡырҡҡандар.
Урындағы китапханасы Фәниә Түләбаева ауылдаш ҡыҙҙарына бергәләп һалдаттарға ярҙам ебәрергә тәҡдим иткән. Сәләх ауылының әүҙем ҡыҙҙары – район мәҙәниәт йорто директоры Миңзифа Кинйәбулатова менән театр бүлеге етәксеһе Зилә Солтанова был эшкә ихлас ҡушыла.
Фәниә Түләбаева фотоһы.