Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Февраль 2023, 20:00

22 йәш тә тулмағайны...

"Изге күңелле, ярҙамсыл, ышаныслы, етди ине..."

22 йәш тә тулмағайны...
22 йәш тә тулмағайны...

Сибай ҡалаһында тағы ла оло ҡайғы: махсус хәрби операцияла 22 йәше лә тулып өлгөрмәгән Евгений Старцевты һуңғы юлға оҙаттылар. Был хаҡта Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһендә яҙған.

"Бөгөн яҡташыбыҙ Старцев Евгений Георгиевичты оло үкенес  менән һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ул махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды.

Ул 2001 йылдың 20 декабрендә Сибай ҡалаһында тыуған. 8-се мәктәптең 9-сы класын, һуңынан Сибай күп профилле һөнәрселек колледжын тамамлаған. 2022 йылдың июнендә Рәсәйҙең Хәрби Көстәре сафына алына, ә сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән 21720-се ғәскәри частың мотоуҡсылар батальоны (Амур өлкәһе Екатеринославка а.) мотоуҡсылар бүлексәһе пулемет расчеты номеры вазифаһында хәрби хеҙмәт үтеүе тураһында контракт төҙөй.

Изге күңелле, ярҙамсыл, ышаныслы, етди ине - уҡытыусылары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре уның хаҡында шундай фекерҙә.

Евгений хәрби бурысын намыҫ менән үтәне һәм йәш быуын өсөн ысын өлгө булып тора. РФ Президенты Указы менән ул (үлгәндән һуң) Батырлыҡ ордены менән наградланған. Награданы атаһы Георгий Михайловичҡа тапшырҙыҡ. Евгений Старцевтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам", тигән ул.

Тыныс йоҡла, батыр яугир!

Фото: Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

22 йәш тә тулмағайны...
22 йәш тә тулмағайны...
22 йәш тә тулмағайны...
22 йәш тә тулмағайны...
22 йәш тә тулмағайны...
Автор: Карима Усманова
Читайте нас